9 августа болотло һауа торошо фаразлана, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе мөмкин. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә — 5-10, көндөҙ 19-24 градус тәшкил итә.
Шәмбе, 10 августа, тағы ла нығыраҡ йылыта. Синоптиктар фаразы буйынса, һауа температураһы төндә — 17, көндөҙ 25 градусҡаса күтәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдан фаразлау буйынса, йылы көндәр оҙаҡ дауам итмәй. Йәкшәмбе, 11 августа, һауа температураһы йәнә түбәнәйә башлай. Көндөҙ — 19, төндә 9 градус булыуы көтөлә.
Яңы аҙна башында көндөҙгө һауа температураһы 14-15 градус була. Яуым-төшөм ихтималлығы һаҡлана.