Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Август 2019, 13:40

Боланут

БоланутНәҙек оҙон булып үҫкән күк сәскәле был үләнде халыҡта “Иван-сәй” тип йөрөтәләр, икенсе атамаһы – тар япраҡлы кипрей (боланут). Был ғәжәп үлән бик күп сирҙәрҙән дауалай: һалҡын тейеүҙән, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, ирҙәрҙең енес биҙе, аденома, һейҙек юлдары һ.б. ауырыуҙарҙан.

Боланут сәйен эсеү менән хәл яҡшыра һәм уны эскәс, тағы ла әүҙемерәк булып китәһең. Эҫе көндә һыуһынды ҡандыра, ни өсөн тигәндә, ул бөтөн организм эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Уны даими эскән кешенең гемоглобины күтәрелә, ҡан та-мырҙары эшмәкәрлеге яҡшыра, ҡан составы нормаға килә. Үҙәк көйөү, эс китеү, эс ҡатыу дисбактериоз кеүек билдәләр юҡҡа сыға.
Боланут – бик көслө антисептик, шуға уны йоғошло ауырыуҙарҙы дауалауҙа, үт ҡыуҙырыу, йоҡоно яҡшыртыу, баш ауыртыуын бөтөрөү өсөн ҡулланалар. Ул шулай уҡ вирустарҙы юҡҡа сығара, яраларҙы уңалта, ауыртыуҙы баҫа, организмды шлактарҙан таҙарта, эндокрин органдар эшмәкәрлеген яйға һала. Боланут сәйен даими эскән кешенең тәне шымара, йөҙө йәшәреп, яҡтырып китә. Ирлек һәләтен юғалтҡандарға ла ярҙам итә тинек. Уны шулай уҡ яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә ҡулланалар, хатта сирҙең ҡайһы бер стадияларында дауаланалар. Ғөмүмән, уның файҙаһы күп.
Уны сәскә атҡан сағында йыялар. Күбеһенсә япраҡтарын йыйырға кәрәк.
Сәй әҙерләү өсөн башта усҡа алып ыуалар ҙа йомарлап төрәләр. Ит турағыстан үткәрергә лә ярай. Һуты бүленеп сыҡҡас япраҡтары ҡарая. Шунан эмаль һауытҡа һалып еүеш сепрәк менән ябып ҡуялар. Артыҡ әсеп китмәһен өсөн, оҙаҡ тоторға ярамай, еләк еҫе тәме килеп торорға тейеш. Шунан япраҡтарҙы турап, 1,5 сантиметр ҡалынлыҡта табаға йәйеп, 80 градус температураға бер сәғәткә духовкаға киптерергә ҡуялар. Ауыл мейесендә киптерһәң, бигерәк тә яҡшы. Иң шәбе – ҡояш нуры төшмәгән ерҙә бүлмә температураһында киптереү. Ҡағыҙға йәки туҡымаға бер тәүлеккә йәйеп һалалар. Тигеҙ кипһен өсөн буташтырып алырға кәрәк.
Ғәҙәттә, бер ай ваҡыт үткәс, сәй әҙер була. Уны быяла банкала һаҡлайҙар.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Йәйге сәй. 2 балғалаҡ сәйҙе бер стакан ҡайнар һыуҙа бешерәләр. Башта берҙән өс өлөшөнә ҡайнар һыу һалып бешерәһең, 5-6 минут үткәс, ҡайнар һыу өҫтәйһең, һыуытып эсергә мөмкин. Боланут сәйен шәкәр һалмай ғына, йөҙөм, күрәгә йәки хөрмә (финики) менән эсһәң тәмлерәк була. Бындай сәйҙең тәме өс көн һаҡлана.
Тынысландырғыс сәй. 1 литр ҡайнар һыуға: өс балғалаҡ боланут, 1 балғалаҡ еркәүек (таволга), 1 балғалаҡ сейә япрағы, 1 балғалаҡ бөтнөк алына. Ярты сәғәт төнәткәндән һуң эсергә була. Йоҡоһоҙлоҡтан көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсәләр.
Аҙ ҡанлылыҡтан. Боланут, кесерткән һәм ҡарабойҙай сәскәһен тигеҙ өлөштә алып, 2 стакан ҡайнар һыуға 3 аш ҡалағы һалып, 3 сәғәт төнәтәләр. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашар алдынан эсәләр.
Зиһенде яҡшыртыу өсөн. 1 литр ҡайнар һыуға: 3 балғалаҡ боланут, туҡранбаш (клевер сәскәһе), 1 балғалаҡ гөлбәҙрән (һары мәтрүшкә), 1 балғалаҡ һуҡыр кесерткән (арыҫлан ҡойроғо), 1 балғалаҡ йәш ҡайын япрағы алына. Ярты сәғәт төнәткәндән һуң сәй урынына эсәләр.
Эске ағзаларҙы һауыҡтырыу өсөн. Ярты литр ҡайнар һыуға: 3 балғалаҡ боланут, 3 балғалаҡ еркәүек япрағы, 3 балғалаҡ әлморон емеше онтағы, 2 балғалаҡ гөлбәҙрән (һары мәтрүшкә), 2 балғалаҡ ҡара көртмәле япрағы, 2 балғалаҡ ҡыҙыл бөрлөгән һалып, ярты сәғәт төнәтәләр. Көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсәләр.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: