Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
16 Август 2019, 12:44

Кешене сысҡан менән... аталандырмаҡсылар

Кешене сысҡан менән... аталандырмаҡсылар Японияла кеше һәм кимереүсе йәнлектәрҙең гибрид яралғыларын (эмбрион) булдырыуҙы хуплағандар.

Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, фән һәм технологиялар министрлығы Токио университеты хеҙмәткәрҙәренең кеше һәм кимереүсе йәнлектәрҙең күҙәнәктәренән гибрид эмбриондар яһау тураһындағы заявкаһын хуплаған.
Эмбриондарҙы төҙөлөшө буйынса кеше ағзаларына иң яҡын булған ағзалар алыу өсөн ҡулланалар. Улар аңлатыуынса, бындай органдарҙы өйрәнеү эрерәк хайуандарҙың ағзаларын үҫтереүҙе яйға һалырға һәм кешегә күсереп ултыртырға ярҙам итәсәк. Күпселек эксперименттар кешеләрҙе дауалау өсөн яңы белем алыу маҡсатында сысҡан, ҡомаҡ, маймыл һ.б. өҫтөндә уҙғарыла. Анатомияһы һәм физиологияһы буйынса улар кешенекенә (Homo sapiens) ярайһы ғына яҡын булһа ла, айырмалыҡтар бар. Идеаль вариант – кеше органдарын өйрәнеү, әммә кешелә түгел икән. Органдар йән эйәһе тыуғансы уҡ формалаша, шуға был осраҡта кешенең дә, башҡа йән эйәһенең дә (химер) күҙәнәктәренән торған эмбрион булдырыу мотлаҡ, тиҙәр әлеге ғалимдар. Күп илдәрҙә химер эмбриондары менән эксперимент уҙғарырға ярамай. АҠШ-та, мәҫәлән, 2015 йылдан бындай тәжрибәләрҙе дәүләт яғынан финанслау тыйылған.
Һәр хәлдә “сысҡан-кеше” килеп сығасағы була торған хәл түгел. Генетик айырмалыҡтар арҡаһында химер яралғыһы камил организм булып үҫешә алмай һәм тыуғансы уҡ үлә. Тимәк, ҡурҡыныс киноларҙағы сысҡан-кешеләр фантастика өлкәһенән булып ҡала.
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: