Әбейҙәр сыуағы йәнә килә!
Көҙгө һыуыҡтар һәм ҡар яуғандан һуң көндәр йәнә йылыта. Һауа торошо яҡын арала үҙгәрә тип вәғәҙә итә синоптиктар.Ай аҙағы һалҡын тора – көндөҙ һауа температураһы +4...+7 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. 30 сентябрҙә һауа +8...+10 градусҡа тиклем йылынасаҡ, ә инде октябрҙең тәүге көндәрендә +12...+16 градусҡа етәсәк.Алдан фаразланыуынса, шәмбегә тиклем, йәғни 5 октябргә тиклем көндәр йылы торасаҡ. Бер аҙ болотлап торасаҡ, ямғыр яуыуы ихтимал.