Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
30 Сентябрь 2019, 14:20

Әбейҙәр сыуағы йәнә килә

Әбейҙәр сыуағы йәнә киләКөҙгө һыуыҡтар һәм ҡар яуғандан һуң көндәр йәнә йылыта. Һауа торошо яҡын арала үҙгәрә тип вәғәҙә итә синоптиктар.

Ай аҙағы һалҡын тора – көндөҙ һауа температураһы +4...+7 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. 30 сентябрҙә һауа +8...+10 градусҡа тиклем йылынасаҡ, ә инде октябрҙең тәүге көндәрендә +12...+16 градусҡа етәсәк.
Алдан фаразланыуынса, шәмбегә тиклем, йәғни 5 октябргә тиклем көндәр йылы торасаҡ. Бер аҙ болотлап торасаҡ, ямғыр яуыуы ихтимал.
Р.САФИНА.
Читайте нас: