Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Октябрь 2019, 14:15

ГРУШАЛАР СӘСКӘ АТЫП, ТОМАН ТАРАЛҒАН МӘЛДӘ...

ГРУШАЛАР СӘСКӘ АТЫП, ТОМАН ТАРАЛҒАН МӘЛДӘ...“Еңеү урманы” тип аталған был проект сиктәрендә һәм «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылып, ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары Хоҙайбирҙин урамының бер өлөшөндә емеш ағасы үҫентеләрен ултыртты. Акциянан ҡала етәксеһе Владимир Куликов та ситтә ҡалманы.

“Алма һәм грушалар сәскә атып, томан таралған мәлдә...” тип йырлана билдәле “Катюша” йырында. Тиҙҙән беҙҙең ҡалала ла бындай хуш еҫле сәскә атып ултырырҙай алма, груша, сейә ағастары үҫеп етер, ошо көндәрҙә былтыр “Ҡала мөхите” проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән Хоҙайбирҙин урамындағы аллеяның бер өлөшөндә 60 үҫенте ултыртылды.
Бер ҡулына таяҡ, икенсеһенә көрәк тотоп килгән ветерандарыбыҙҙы күреү – үҙе бер һабаҡ. Уҡыусылар, ирекмәндәр ярҙам итергә теләһәләр ҙә, үҙ ҡулдары менән кескәй үҫентегә яңы урында тормош биреү теләген белдерҙе улар. Ошонда килгән оло быуын вәкилдәренең еңеүгә ныҡышмалылығы, бер ҡасан да бирешмәҫкә, ә икенсе яҡтан бер нәмәгә лә ҡарамай, яңы тормош дауам итһен өсөн бар көсөн һалырға ниәтләгәндәрен һүҙ менән генә тасуирларлыҡмы һуң?! Ҡасандыр 27 миллон һалдат та тап ошондай теләк менән Тыуған иле өсөн үҙ-үҙен аямай Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең тормош өсөн һәләк булған...
Ҡала хакимиәте баш-лығының төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Андрей Ермолаев һүҙҙәренсә, ҡала биләмәһендә бөтәһе 700 тирәһе ағас ултыртыу планлаштырылған. Киләһе өмәләрҙең береһе 5 октябрь көндө “Сити Мол” сауҙа үҙәге алдындағы аллеяла үтәсәк.
Сәскәләре генә түгел, емештәре лә өлгөрөр әле, ҡасандыр яу яланында баш һалған ата-бабаларыбыҙҙың нәҫелен дауам итеүселәре – беҙ бар бит. Донъялар ғына имен торһон, сәскә атып йәшәрҙәй илебеҙ булһын!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: