Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
8 Октябрь 2019, 19:31

ШАУЛАП ҮҪЕП КИТЕР ӘЛЕ БЕҘ УЛТЫРТҠАН ТИРӘКТӘР!

ШАУЛАП ҮҪЕП КИТЕР ӘЛЕ БЕҘ УЛТЫРТҠАН ТИРӘКТӘР!Стәрлетамаҡта “Ашҡаҙар” гәзите аллеяһы барлыҡҡа килдеҮткән һанда хәбәр итеүебеҙсә, баҫмабыҙҙың 30 йыллыҡ юбилейын үҙенсәлекле итеп, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең менән бергәләп ҡаршы алырға ниәт ҡылдыҡ һәм ошо йәһәттән “30 йылға – 30 изге эш” проекты барлыҡҡа килде.


Проект сиктәрендә тәүге изге эш – ағас ултыртыу ине һәм беҙ уны ла тарихи мәл итеп мәңгеләштерергә булдыҡ. Артем урамында “Сити Молл” сауҙа үҙәгенән алып 70-се йортҡа тиклем дауам иткән “Ашҡаҙар” гәзите аллеяһында ағас ултыртыу акцияһы ойошторолдо. Был сара шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” акцияһына, республикабыҙҙың 100 йыллыҡ тарихына ла арналды һәм ул “Гәзит уҡыусы көнө” тип билдәләнде. Рухи дуҫтарыбыҙ менән ошондай форматта осраштыҡ һәм, әйтергә кәрәк, дуҫтарыбыҙ күп икән беҙҙең.


Акцияны иғлан итеп тә өлгөрмәнек, ҡатнашырға теләк белдереүселәр ишәйгәндән-ишәйә барҙы һәм йөҙгә яҡын кеше был көндө беҙҙең менән бергә булды! Ҡала советы депутаттары, ҡала башҡорттары ҡоролтайы, Стәр-летамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия, яҙыусылар һәм шағирҙар, балалар экология үҙәге... Хәйер, һәр кемде барлап сығырлыҡ та түгелдер. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар! Ул үҫентеләр шаулап үҫеп китһә, әлеге урында “Ашҡаҙар” гәзите аллеяһынан атларға насип булыр!


Әйткәндәй, был акцияны башҡарып сығыуҙа сикһеҙ ярҙамдары өсөн, әлбиттә, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, “Стәрлетамаҡ урман хужалығы” дәүләт автоном учреж-дениеһына ҙур рәхмәтебеҙҙе ет-кереп ҡалабыҙ.

Изге эште бергәләп башланыҡ, юбилейҙы бергәләп ҡаршы алайыҡ, дуҫтар!



“Ашҡаҙар”ҙар.

Салауат ЙӘРМИЕВ һәм

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.
Читайте нас: