Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
15 Ноябрь 2019, 23:40

БӨГӨН БӨТӘ ДОНЪЯ КҮЛӘМЕНДӘ РЕЦИКЛИНГ, ЙӘҒНИ ИКЕНСЕЛ ЭШКӘРТЕҮ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ.

Бөгөн Бөтә Донъя күләмендә рециклинг, йәғни икенсел эшкәртеү көнө билдәләнә.Был көндөң маҡсаты – бөтөн донъяла хакимиәт, йәмәғәтселек һәм сәнәғәт структураларының иғтибарын сүп-сар мәсьәләһенә йүнәлтеү. Сүп-сар йәки етештереү ҡалдыҡтарын яңынан ҡулланыу, әйләнешкә кире ҡайтарыуҙы – икенсел эшкәртеү тип атайҙар.

Рециклинг көнөн беренсе тапҡыр 1997 йылда Америкала билдәләйҙәр. Уның бурысы америкалыларҙа көнкүреш ҡалдыҡтарын икенсе тапҡыр эшкәртеүгә тапшырыу һәм икенсел сеймалдан эшләнгән продукция һатып алыуға ҡыҙыҡһыныу уятыуҙан ғибәрәт булған.
Бер аҙҙан был көндө башҡа илдәр ҙә билдәләй башлай. Ғәҙәттә рециклинг көнөндә сүп-сарҙы эшкәртеү һәм икенсел сеймалды йыйыу үҙенсәлектәре менән халыҡты таныштырыу маҡсатынан семинарҙар, экскурсиялар һәм башҡа төрлө саралар ойошторалар.
Читайте нас: