Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә республикала юғары һауа температураһы һаҡлана: төндә 0, -5 градус, аяҙытҡанда -10-ға тиклем, көндөҙ +3, -2. Аҙыраҡ яуым-төшөм көтөлә.
«Ләкин киләһе аҙнаның башында Уралға төньяҡ-көнсығыш ағымдар менән һалҡын Арктика һауаһы инә башлай. 19 ноябрҙә һауа температураһы -8, -13, 20 ноябрҙә төндә иһә -15, -20, көнсығыш райондарҙа -25 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ -9-14, көнсығышта -18-гә тиклем», — тип белдерҙе синоптиктар.