Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһында ул 20 сантиметрға етә, ләкин йылға уртаһында ни бары 8 сантиметр. Боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрҙан кәм булмаған осраҡта ғына кеше өсөн хәүефһеҙ һанала.
Ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә, был балыҡсыларҙы ҡурҡытмай.
Ныҡ туңмаған боҙҙан йөрөү өсөн берҙән-бер хәүефһеҙ техника төрө – һауа мендәрендәге судно. Уның менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярҙамға мохтаждар янына барып етергә мөмкин. Бындай катерҙың максималь тиҙлеге –сәғәтенә 90 саҡрым.
2020 йылдың тәүге көндәрендә һыу ятҡылыҡтарында фажиғәләр теркәлмәгән.