Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Ғинуар 2020, 17:05

Вәзир СӘҒӘҘИЕВ: «УРМАНДЫ УЛТЫРТҠАНДАН АЛЫП ҮҪЕП ЕТКӘНСЕ ҠАРАРҒА КӘРӘК»

Билдәле булыуынса, урман ресурстары – Башҡортостандың иң мөһим милли байлығы. Уның территорияһының яртыһы тиерлек урмандар менән ҡапланған. Ә ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәре республика иҡтисадын һәм социаль өлкәләрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, экология именлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен уңышлы хәл итә. Урмандарҙың майҙаны йылдан-йыл арта, уларҙың сифаты яҡшыра. Урман фондын һаҡлау, тулыландырыу, рациональ файҙаланыу, урман янғындарын булдырмау буйынса әүҙем эш алып барыла. «Стәрлетамаҡ урман хужалығы» БР дәүләт автоном учреждениеһы директоры Вәзир Әсҡәт улы СӘҒӘҘИЕВ менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

– Урман кешеһе булыуығыҙ әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Бала сағығыҙ, үҫмер йылдарығыҙ урманға бай Ауырғазы районында үткән, бөтә ғүмерегеҙҙе урмансы һөнәренә арнағанһығыҙ. Шуға ла был тармаҡтың проблемаларын, сетерекле мәсьә-ләләрен төптән беләһегеҙ. Һеҙҙең хужалыҡҡа ҡайһы райондар ҡарай?
– Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез, Көйөргәҙе райондары ҡарай. Стәрлетамаҡ урман хужалығында майҙаны 28,5 гектарға торошло 6 урман питомнигы ҡулланыла. Беҙ шул питомниктарҙа эш алып барабыҙ ҙа инде. Үҫентеләр ултыртабыҙ, урманды һаҡлайбыҙ, таҙартабыҙ. Бөтә биләмәләр ҙә кадастр иҫәбенә ҡуйылған, проект документациялары эшләнгән. Урман питомнигындағы сәсеү майҙаны 2,04 га тәшкил итә. Төп ағас төрҙәренән тыш питомник биләмәләрендә төрлө декоратив төрҙәр бар.
– Халыҡ ағас үҫентеләре һорап йыш мөрәжәғәт итәме?
– 2019 йылдың яҙында барлығы 8871 дана төрлө ағас үҫентеләре һатылды, әммә ул үҫентеләр урыны буш ҡалманы: улар урынына артабан үҫеп китһен өсөн 4-әр дана үҫенте ултыртылды. Ғөмүмән, урманды яһалма тергеҙеү маҡсатында 136,3 га майҙанға үҫенте ултырттыҡ, 600 га күләмендә урман культуралары агротехник яҡтан эшкәртелде. Тик халыҡ менән хеҙмәттәшлек ағас үҫентәләре менән тәьмин итеүгә генә ҡайтып ҡалмай – «Урмандарҙы һаҡлау федераль проекты, «Экология» милли проекты, «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы, «Тормош ағасы» проекты сиктәрендә бергә экологик өмәләр үткәрәбеҙ, ағас үҫентеләре ултыртабыҙ. Үткән йыл ғына ла 51,15 га урман һыҙаттары булдырып, 158,7 мең дана үҫенте-ағастар ултыртылды, был эштә барлығы 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
– Ысынлап та урмансылар урманды үҫтерә, ҡарай, ә бына урман әҙерләүселәрҙе күберәк килем ҡыҙыҡһындыра...
– Ҡуртымға килгәндә, шәхсән үҙем баштан уҡ уға өҫтөнлөк биреү яғында түгел инем. Сөнки аҡсалы кеше, компания әҙер үҫтерелгән ағасты һатып ала ла, урманға береһе лә керә алмай. Шуға ла төбәктә йәшәгән, төп шөғөлдәре урман булған халыҡ эшһеҙ тороп ҡалды. Элек улар урман хужалығы аша ағасты барып ала, кәрәгенсә тотона ине. Хәҙер ҡуртымсыға барырға, ул ҡуйған хаҡҡа һатып алырға тейештәр. Әйтәйек, ауыл хужалығында фермер һөрөнтө ер майҙанын ҡуртымға ала икән, ул уны һөрә, сәсә, эшкәртә ашлай. Бына был, ысынлап та, дөрөҫ була. Ә бында – әҙер үҫкәнен киҫ, килем ал. Элек, мәҫәлән, һәр районда 40-50 урмансы була торғайны. Хәҙер иһә – дүрт-биш кеше... Уларҙың да йүнәлештәре, бурыстары төрлөсә бүленгән. Элек бит урмансы хөрмәтле кеше ине, хатта ҡала халҡы менән тығыҙ аралашып эшләне. Мәҫәлән, мин урмансы булып эшләгәндә яҙын, көҙөн урмансы менән бергә биләмәләргә ревизияға сығып китә торғайным. Шуны белеп, биләмә рәйесе ул кешеләрҙе алып сыға, таҙарттырып ҡуя ине.
– Шулай ҙа, килешеү буйынса, урманды ҡуртымға алыусылар таҙар-тырға, яңы үҫентеләр ултыртырға тейештер бит?
–Элек “леспромхоздар”, колхоз-совхоздар йылына 18-19 мең гектар диләнкә киҫһә, беҙ 20-24 мең гектар үҫенте ултырта инек. Хәҙер ҙә эш бара, әлбиттә, ләкин ҡуртымсыға барлыҡ бурысты тиерлек йөкмәттек: янғын сығыуҙан һаҡлау, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү, ағас ултыртыу һәм башҡалар. Тик шул бурыс ҡына гел еренә еткереп башҡарылмай.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, уның бит махсус белеме, йүнәлеше буйынса тәжрибәһе юҡ. Ағастарҙы (һыҙаттарҙы) ултырта ла онота. Мәҫәлән, ҡарағайҙы бер үлән баҫһа, үҫеп китә алмай. Шыршы, ҡарағас ҡына әрһеҙ, әммә уларҙы ла тәрбиәләргә кәрәк. Закон буйынса ҡараһаҡ, ҡуртымсы үҫентеләрҙең үҫеп киткән-китмәгәне өсөн яуап бирмәй, ултыртҡан, отчет биргән – шуның менән бөттө. Беҙ иһә агротехник тәрбиә тип өс-дүрт йыл үҫтерә инек, шунан һуң йәш үҫентеләрҙе һирәкләү, санитар киҫеү, башҡаһы кәрәк – һанап бөткөһөҙ. Ҡыҫҡаһы, урманды ултыртҡандан алып үҫеп еткәнсе ҡарарға кәрәк.
– Урмандә теләһә кем эшләй алмай бит…
– Урман эшенә кешене алыр өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе, колхоз-совхоз етәкселәре, ауылдың башҡа абруйлы кешеләре менән килешә торғайныҡ. Эшләрлекме ул, юҡмы, урманды һаҡларлыҡмы, артынан башҡаны йәлеп итә аламы? Бер һүҙ менән әйткәндә, осраҡлы кеше һирәк ҡуйылды. Бынан тыш династия тигән төшөнсә бар. Берәүҙең олатаһы, атаһы урмансы булған, тимәк, уға ла был эш бәләкәйҙән таныш. Хатта һуғыш ваҡытында ла, ирҙәре киткәс, урындарына ҡатындары ҡалған, бер ҙә уларҙың урындарын ҡыҫҡартып ҡуймағандар. Был осраҡта биш тин отоп, миллиондарҙы юғалтабыҙ. Бөгөн ҡыҫҡартырға түгел, киреһенсә, үҙ эшен яратҡан, белгән, һөнәри булмышы булған урмансы кәрәк.
– Яңы йыл байрамы артта ҡалды, ә бына һатылмай ҡалған шыршыларҙың артабанғы яҙмышы нисек хәл ителә?
– Беренсенән, шуны әйтергә кәрәк: беҙ халыҡҡа һирәкләтелергә тейеш шыршыларҙы һатабыҙ. Ә инде һатылмай ҡалғандарына килгәндә, уларын мал фермаларына, совхоздарға килешеү буйынса витаминға оҙатабыҙ.
– Төплө әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, һеҙ ултыртҡан ағастар артабан да гөрләп үҫһен!
Читайте нас: