Бында “АПОДИТ ТУРИЗМ” сәләмәт йәшәү рәүеше һәм туристик индустрия ассоциацияһы вәкилдәре Йөрәктау янында ат спортын һәм туристик комплекс булдырыу, шулай уҡ милли Башҡорт этнопаркы зонаһын традицион стилдә урынлаштырыу тураһында һөйләне. “Инвестиция сәғәте”ндә шәхси эшҡыуарҙарға – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтарына файҙаланыу өсөн ер участкалары биреү мәсьәләһе лә күтәрелде. Яуаплы белгестәргә ултырыш һөҙөмтәһе буйынса тейешле бойороҡтар бирелде.
Инвестицион климатты яҡшыртыу буйынса Йәмәғәт советы ултырышын Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов алып барҙы һәм унда район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, структур бүлексәләр етәкселәре һәм белгестәр ҡатнашты.