Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
29 Ғинуар 2020, 15:40

Төп байлыҡтан төпсөк кенә ҡалмаһын!

Республикала “Лесовоз” операцияһы башланды. Законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыу, ағас ташыу һымаҡ күренештәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ойошторолған был сара 16 февралгә тиклем барасаҡ.

Уның сиктәрендә урман һаҡсылары тәртип һаҡсылары менән берлектә ағас ҡырҡыусыларҙы, ағас ташыусыларҙы тикшерәсәк. Закон боҙолған йәки ҡырҡҡан ағасҡа тейешле рөхсәт ҡағыҙы, машинаға тейәлгән ағасҡа документтар булмаған осраҡта, штрафтар ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар ағас ҡырҡыу өсөн дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына мотлаҡ рәүештә алдан электрон декларация тапшырырға тейеш.
Әйткәндәй, законға ярашлы, ваҡытында тапшырылмаған декларация, ялған мәғлүмәт өсөн вазифа биләүселәргә – 20 мең һумға тиклем, шәхси эшҡыуарҙарға – 25 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 200 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ағасты ташыған осраҡта закон боҙолһа, вазифа биләүселәргә – 50 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 500 мең һумдан алып 700 мең һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк. Бынан тыш, ағас ташыған транспорт сараһы тартып алыныуы ла ихтимал.

Башҡортостан – урманлы республика һәм ағастың төп байлығыбыҙ икәнен онотмаһаҡ ине. Урман ҡырҡыу, ағас ташыу – барлыҡ эштәр ҙә тик документ йәки рөхсәт ҡағыҙы нигеҙендә генә башҡарылырға тейеш.

Ринат ЗӘЙНУЛЛИН,
БР дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүенең Стәрлетамаҡ район-ара бүлеге начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: