Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
31 Ғинуар 2020, 19:35

Һынамыштар

Беренсе февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә – яҙ һуңға ҡалып килер.

Икенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ иртә килер һәм йылы булыр.
Икеһендә иртә менән ҡар яуһа – ашлыҡтың иртә сәскәне уңыр, кис менән ҡар яуһа – һуң сәскәне уңыр.
Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.
Февралдә һыуыҡ: “Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа», – тип әйтер, имеш.
Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.
Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.
Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.
Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай.
Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
Февраль – бүреләрҙең туй айы.
Читайте нас: