Ел-дауыл ауҙарған, урман янғанда, урман ҡырҡҡанда тороп ҡалған, ҡар йыҡҡан, зарарлы бөжәктәр ашап зыян күргән, олоно туңыуҙан йәки бәшмәк сиренән серегән ағастар урман өсөн хәүеф тыуҙыра. Урманда янғын сыға ҡалһа, ут ялмап алмаһын өсөн һәм урмандағы үҫентеләргә ҡамасауламаһын өсөн урманды ҡоро-һары ағастарҙан таҙартып торорға кәрәк. Ауып яҡан ағастарҙы йыл әйләнәһенә теләһә ҡайһы ваҡытта алырға мөмкин һәм Башҡортостанда ғына ҡороған ағасты алып ҡайтыу өсөн бер ниндәй ҙә ризалыҡ алыу кәрәкмәй, башҡа региондарҙа ҡағыҙҙар юлларға кәрәк, ә беҙҙә барҙың да алдың.
Шуны ла онотмағыҙ, үҫеп ултырған ағасҡа тейергә ярамай. Ундай осраҡта килтерелгән зыянына һәм ҡылынған енәйәттең кимәленә ҡарап, административ йәки уголовный яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал.