Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
11 Февраль 2020, 17:15

Ҡоралай - "бәләкәй болан"

Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр. Йәйен улар ерән төҫкә инә, ҡышын һороға әйләнә.

Ҡоралайҙың төйәк иткән ере киң. Башҡортостанда улар әллә ни күп булмаһа ла, бер самараҡ кимәлдә тора. Һуңғы ун йыл эсендә Башҡортостанда уларҙың һаны биш меңдән ете меңгә барып еткән.
Ҡоралайҙар ҙур аҡланлы, таулы һирәк урмандарҙы үҙ итә. Шулай уҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа – йылға үҙәндәрендә йәшәй.
Йәйен улар таңда, кисен һәм төндә ашарға сыға. Ҡышын иһә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында тамаҡ ялғайҙар. Ҡар күп яуған ваҡытта ҡуйы ағаслыҡта ышыҡланалар. Ҡарҙы таҙартып, үңәсенә еткәнсе соҡойҙар ҙа, шунда ял итәләр, ләкин ҡоралай тәрән ҡарҙы яратмай: күпселектә туңып, ҡатып ҡалған йәнлек, саңғы эҙҙәренән һуҡмаҡ һалалар.
Таулы урындарҙа йәйен өҫкә күтәрелһәләр, яҙын түбәнгә төшәләр. Ошо уҡ хәл Башҡортос­тандың таулы райондарында ла күҙәтелә. Ҡоралайҙар аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. Шулай уҡ уҫаҡ, тал, йүкә, ҡайын, имән ағастарының япраҡтарын, йәш ботаҡтарын да үҙ итәләр. Болан, мышынан айырмалы рәүештә, ҡышын ағас ҡайырыһы кимермәй, ә ҡарағай, артыш ылыҫын ашай. Йәйен һаҙлы урындарҙа үҫкән үҫемлектәрҙе ярата. Шулай уҡ имән сәтләүеге, еләк-емеш менән дә туҡлана.
Был хайуандарҙың төп дошманы – бүре һәм һеләүһен. Йәштәренә төлкө лә һөжүм итә.
Р.УСМАНОВА.




Читайте нас: