Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Февраль 2020, 17:05
Март айында Башҡортостанда һауа торошо ниндәй була
Гидрометүҙәктә март айында Башҡортостанда һауа торошоноң ниндәй булырын хәбәр иттеләр
Башҡортостанда быйыл март айы ғәҙәттәгенән аҙ ғына йылыраҡ була. Был хаҡта «Российская газета» баҫмаһына Рәсәй Гидрометүҙәге лабораторияһы мөдире Людмила Паршина
һөйләне
.
Быйылғы март урта һыҙатта йылдың иң ҡоро айы булмаҡсы. Яуым-төшөмдөң бик аҙ яуыуы көтөлә. Киров өлкәһендә, Пермь крайында, Башҡортостанда, шулай уҡ Һарытау өлкәһенең көнсығышында, Уралдың көньяғында, Төмән өлкәһенең көньяғында, Омск өлкәһендә, Иркутск өлкәһенең төньяғында, Байҡал аръяғында, Сахалиндың көньяғында яуым-төшөмдөң аҙ булыуы фаразлана.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, февралдең икенсе яртыһына һауа торошо билдәле булды.
Башинформ.
Читайте нас: