Синоптиктар белдереүенсә, бындай күренеш Мәскәүҙә 71 йыл элек кенә булған. Унда ла ни бары +4,4 градус теркәлгән әле.
Бөгөнгө һауа торошона әйләнеп ҡайтҡанда, әлеге көндөң рекорды артабан да күтәреләсәк һәм +7 градус буласаҡ, тип фаразлай белгестәр.
Әйткәндәй, декабрь ҙә йылы булды һәм шул уҡ Мәскәүҙә, мәҫәлән, 6-7 градус йылылыҡтар теркәлде, ҡар ҙа булманы.
Әлбиттә, беҙҙә лә йылы һауа шарттары тора, тик ҡар ғына яуыуҙан туҡтамай һымаҡ.