Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Февраль 2020, 23:55

Трасса ябылды...

Февраль уртаһында сатлама һыуыҡтар булырға тейеш ине, әммә тышта 0 градус, улай ғына ла түгел, һуңғы көндәрҙә туҡтауһыҙ ямғыр ҡатыш ҡар яуҙы. Һүҙ ҙә юҡ, был водителдәргә юл йөрөү өсөн ҡыйынлыҡтар өҫтәй.

Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, Өфө-Инйәр–Белорет автомобиль юлы бөгөн сәғәт 12-гә хәтлем ябылды, ти хәбәр итәләр Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан. Ул ауыр йөк тейәгән машиналарға, пассажир автобустарына, такси хеҙмәтенә ҡағыла. Әгәр ҙә епшек ҡар яуыуы туҡтамаһа, сикләү оҙайтылыуы ихтимал.
Таксист булып ун йыл эшләгән Ансар Байрамғоловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө–Инйәр–Белорет юлының ябылыуы – дөрөҫ. Ошондай ҡатмарлы һауа торошо хакимлыҡ иткәндә уға күп тапҡырҙар оҙон юлға сығырға тура килгән. Мең мәшәҡәт менән ҡайтып еткән, “тимер ат”ының яңы булыуы бәләнән ҡотҡарған. Уның ҡарауы, таулы юлда ниҙәр генә күрмәгән – ситкә осҡандарҙы һөйрәтеп сығарған, машинаһы ватылып ултырыусыларға ярҙам иткән.
Фото: severpost.ru
PS. Ғафури районында ла шулай уҡ юл ябылырлыҡ буран булған.

Читайте нас в