Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Март 2020, 17:05

Башҡортостанда һауа торошо боҙола

Аҙна аҙағына Башҡортостанда һауа шарттары боҙола, тип иҫкәртә республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала көн болотло була. Көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 9-14 метр, иртән һәм көндөҙ урыны менән секундына 17-22 метрға тиклем.
Һауа температураһы көндөҙ — 1-6 градус йылы.
Шәмбе, 14 мартта, төндә бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә — минус 2-нән плюс 3-кә тиклем, көндөҙ — плюс 2-7 градус.
«Йәкшәмбе, 15 мартта, республика биләмәһендә һауа шарттары боҙола – епшек ҡар, урыны менән ямғыр ҡатыш, ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы көтөлә, — тине синоптиктар. — Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ — минус 1-ҙән плюс 4 градусҡа тиклем. Киләһе аҙнаның башында ла, 16 мартта, һауа торошо үҙгәрмәй. Һауа температураһы артабан түбәнәйә».
Башинформ.
Читайте нас в