Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
17 Март 2020, 12:05

Башҡортостан ташҡынға әҙерләнә. Быйыл нимә көтөргә?

Республика ташҡын осорон ҡаршы алырға әҙерләнә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, быйылғы ҡыш ҡарлы, шул уҡ ваҡытта аномаль рәүештә йылы булды.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы начальнигы Вилора Горохольская билдәләүенсә, быйыл йылғалар, башҡа осорҙар менән сағыштырғанда, 8-13 көнгә иртәрәк, йәғни март аҙағында боҙҙан асыласаҡ. Йылғаларҙағы һыу кимәле норманан юғары, шуға күрә 250 ауыл-ҡасабаға ташҡын хәүефе янай. Уларҙа 84 мең самаһы кеше йәшәй.

Ташҡын осоронда 19 тораҡ пунктҡа, шул иҫәптән Өфө янындағы һәм Өфө районындағы ете ауылға янғын һүндереү һәм «Ашығыс ярҙам» машинаһы йөрөй алмай. Дөйөм алғанда, был ауыл-ҡасабаларҙа 2,5 меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларға алдан уҡ аҙыҡ-түлек, дарыуҙар хәстәрләү, әгәр табиптарҙың ярҙамына мохтаж булһалар, икенсе урынға күсеп тороу зарур.

Ҡапыл башланған ташҡын осрағына биш йөҙгә яҡын ваҡытлыса йәшәү пункты булдырылды, тип белдерҙе республиканың төп ҡотҡарыусыһы Марат Латипов. Улар йөҙ меңгә яҡын кешене һыйындыра ала. Был пункттарҙа бәләгә тарыусыларҙы эсәр һыу, аҙыҡ-түлек һәм кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр.

Ташҡын буйынса теүәл күҙаллауҙы Башгидромет марттың өсөнсө ун көнлөгөндә эшләй. Емтектәр ерләнгән урындар, химикат складтары, ҡыйлыҡтар, күперҙәр, төбәк һәм федераль трассалар, тимер юлдар, хәүефле объекттар, хужаһыҙ гидротехник ҡоролмалар, ер аҫты сығанаҡтарына тоташҡан һыу ҡоролмалары ташҡын биләмәһендә юҡ.
Быйылғы йылдан һыу кимәлен онлайн режимда күҙәтеп буласаҡ. Бының өсөн республикала махсус сервис булдырылды, унда йылғаларҙағы бөтә гидропостарҙан алынған мәғлүмәт тупланасаҡ. Система теләге булған һәр кем өсөн асыҡ. Бының өсөн БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының gkchs.bashkortostan.ru сайтына инеп, «Гидрология хәүефе мониторингы системаһы» бүлеген табырға кәрәк.

Әгәр һеҙ йәшәгән йорт ташҡын биләмәһенә эләкһә
– Ташҡын менән бәйле һорауҙар, проблемалар тыуһа, 112 һаны буйынса республика ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шылтыратыу бөтә телефондарҙан да бушлай.

– Эре һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе сарҙаҡҡа күсерегеҙ, мебель һәм башҡа йыһазды иҙәндән бер метр самаһы өҫкә күтәртеп ҡуйығыҙ.

– Мал-тыуарҙы ҡурҡыныс янамаған урынға ҡыуығыҙ. Бер нисә йыл элек Белорет районында ҡапыл күтәрелгән һыу ҡош-ҡортто һәм ваҡ малды ағыҙып алып китте, ә һыйыр малының күбеһе һыуға тонсоғоп үлде.

– Баҙҙағы аҙыҡ-түлекте, ихаталағы кәрәк-яраҡты мөмкин тиклем йыйығыҙ, сөнки һыу барыһын да ағыҙып алып китәсәк.

– Ҡул аҫтында кәмә йәки һал, шулай уҡ ҡыйыҡҡа йәки сарҙаҡҡа менеү өсөн баҫҡыс тотоғоҙ.

– Ғәҙәттән тыш хәл осрағына махсус сумаҙан тултырып ҡуйығыҙ. Унда полиэтилен ҡапсыҡтарға төрөлгән өс көнлөк аҙыҡ запасы, йылы кейемдәр, гигиена саралары, документтар, аптечка, шәмдәр, запас батарейкалы фонарь булырға тейеш.

– Әгәр һыуҙың ҡапыл күтәрелеүен күрһәгеҙ, электр утын, газды, һыуҙы, мейестәге утты һүндерегеҙ, ишек һәм тәҙрәләрҙе ябығыҙ. Был хаҡта күршеләрегеҙгә хәбәр итегеҙ, балаларға, ололарға, ауырыуҙарға һәм инвалидтарға ярҙамлашығыҙ. Ҡыйыҡҡа йәки сарҙаҡҡа менеп, эвакуация башланыуын көтөгөҙ. Үҙең менән иң кәрәкле әйберҙәрҙе генә алырға кәрәк. Ҡотҡарыусылар һеҙҙе тиҙерәк тапһын өсөн көндөҙ берәй бейек урынға аҡ йәки төҫлө әйбер элегеҙ, төндә яҡтылыҡ сигналдары бирегеҙ.

– Әгәр батып барған кеше күрһәгеҙ, уға арт яҡтан йөҙөп барығыҙ, яғаһынан, башынан, яурын тирәһенән, ҡултыҡ аҫтынан тотоғоҙ һәм йөҙөн өҫкә ҡаратығыҙ. Батыусы кешене бер ҡулығыҙ менән тотоп, ҡырын йәки арҡаға салҡан ятҡан килеш ярға табан йөҙөгөҙ, буш ҡулығыҙ һәм аяҡтарығыҙ менән эш итегеҙ. Әгәр кәмәлә булһағыҙ, батып барыусы янына барғас, ағымға ҡаршы тороғоҙ. Әгәр һыуҙа бер нисә кеше булһа, тәү сиратта балаларҙы, хәле үтә ауыр кешеләрҙе тартып сығарығыҙ, ҡалғандарға йөҙгөс кеүек ҡотҡарыу саралары бирегеҙ. Ярға сыҡҡас, ҡазаға тарыусыларҙың һыу кейемен ҡороға алмаштырығыҙ, йылы итеп төрөгөҙ, тынысландырыусы дарыу бирегеҙ.

– Әгәр автомобиль менән ҡайҙалыр китеп барғанда ташҡынға осраһағыҙ, шунда уҡ кире боролоғоҙ. Һыу баҫҡан юл буйлап машинала йөрөү хәүефле – ағым ағыҙып алып китеүе ихтимал. Машина менән ташҡын эсендә ҡалһағыҙ, тиҙ генә сығығыҙ һәм ярҙам саҡырығыҙ.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Ташҡын төрлөсә була
Йыл һайын бер үк мәлдә ҡар иреп, йылғаларҙа һыу күтәрелә. Был – миҙгелгә бәйле алдан күҙалланған күренеш. Әгәр ҡапыл йылытып, ҡар шәп иреү йәки ҡойма ямғыр яуыу һөҙөмтәһендә йылғаларҙа һыу күтәрелһә, бындай ташҡын ғәҙәттән тыш хәл булараҡ ҡабул ителә. Ул көтмәгәндә башлана һәм бер нисә сәғәт йәки тәүлек дауам итә.
КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
«Һыу кимәле сантиметрҙары» нисек иҫәпләнә?
Беҙ барыбыҙ ҙа «һыу кимәле шунса сантиметр» тигән һүҙбәйләнеште ишеткәнебеҙ бар. Кемдер бында йылғаның гидропост урынлашҡан тәңгәлдәге тәрәнлеге йәки иң тәрән урыны тураһында һүҙ бара тип уйлауы ихтимал. Ысынбарлыҡта иҫәп илдәге берҙәм нөктәнән – Петербургтағы Кронштадт футштогы нуленән, икенсе төрлө әйткәндә, «Балтика бейеклеге системаһы»нан алып барыла. Әгәр яңылыҡтарҙа «һыу биш метрлыҡ билдәгә етте» тип әйтелһә, бында Ағиҙел йылғаһындағы һыу кимәле түгел, ә футштоктағы нулгә ҡарата кимәл күҙ уңында тотола.
Шуныһы ҡыҙыҡ, һыу кимәле кире нисбәттә булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, «минус ун сантиметр» тигән күрһәткес һыуҙың ер аҫтына китеүен аңлатмай.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.
Читайте нас: