Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
23 Март 2020, 14:25

Быйыл боҙҙоң иртәрәк ҡуҙғалыуын белгестәр тарихи рекорд тип атай

Сөнки әлегә тиклем боҙҙоң иң иртә китеүе 1961 йылдың 24 мартында теркәлгән булған. Башҡортостан йылғаларындағы боҙ март аҙағында китәсәк. Ҡайһы бер бәләкәйерәк йылғалар әрселде лә инде. Ташҡын да көслө килеүе фаразлана.

Ярты миллион самаһы кеше йәшәгән 349 тораҡ пунктка һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынсы янай тиһәләр ҙә, әҙерлек иң хәүефле сценарий буйынса алып барыла. Әленән үк, иң һуңғы, мәжбүри сара булып һаналған боҙ шартлатыу эштәре башланды. Хәрбиҙәрҙең яҙғы ташҡынға ҡаршы операцияһын БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин күҙәтте.
Туңған Өршәк йылғаһы электр бырау менән тишелә. Селәүсен урынына тротил. Балыҡ ҡармаҡлау өсөн түгел, ә боҙ тығыны барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы янаған урындарҙа башҡарыла.
Республикала ташҡынға әҙерлек бара. Баш ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡулланылған техниканың һәм штабтарҙың торошо тикшерелде. Һыу баҫыу ваҡытына гарнизонда 12 мең хеҙмәткәр, өс мең техника йәлеп итеү ҡаралған. Ҙур һыу килә ҡалһа, ерҙән генә түгел, күктән дә эш алып барыу мөмкинлеге бар. Пилотһыҙ осоу аппараттары һыу баҫҡан ерҙәрҙе онлайн күҙәтеү ойоштора.
Ә был кәмәләр Өфөнөң Кооператив яланын һыу баҫҡан хәлдә халыҡты ҡороға ташыу өсөн файҙаланыласаҡ. Ташҡынға ҡаршы штабта бейек ҡуңыслы итектәр, ҡотҡарыу жилеттары, аҙыҡ-түлек запасы - бөтәһе лә һыу туғыҙ метрға тиклем күтәрелеү осрағына әҙерләнелгән. Әйткәндәй, был аҙнала Саҡмағош районында Сәрмәсән йылғаһы кимәле дүрт метрҙан ашты. Гидрометеорология үҙәге быйылғы яҙғы ташҡын Сәрмәсән буйында йәшәүселәргә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай, тигән фекерҙә. Һыу кимәле 7 метрға тиклем күтәрелгән осраҡта ғына, Яңы Йомран ауылының һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. 2016 йылдағы ташҡын кеүек.
Һыу баҫыу хәүефе булған участкаларҙа даими рейдтар ойошторола. Эшселәр федераль трассаларҙағы һыу үткәргес торбаларын таҙартып, урман-яландарҙан иреп ағасаҡ ҡар һыуҙарына юл аса. Ирегән ҡар һыуҙары туң тупраҡҡа һеңә алмай, уның өҫтөнән ағыу сәбәпле, оло ташҡынға килтереүе мөмкин. Трасса буйында торлаҡ йорттар булмаһа ла, юлдар һәм күперҙәр зыян күреп емерелеүе бар.
Башҡортостанда ташҡынға ҡаршы 25 штаб эшләй, ваҡытлыса йәшәү өсөн 57 урын булдырылған. Йәш балалы ғаиләләргә айырым бүлмәләр, хатта уйын бүлмәһе әҙерләнгән. Кәрәкһә, медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Ваҡытлыса йәшәү пункты хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа бында ташҡын ваҡытында килеүселәр юҡ. Былтыр бер ғаилә бер төн ҡунып сыҡҡан. Йылғаларҙағы боҙ китеү һәм ташҡынға бәйле мәғлүмәттәр 25 марттан һуң билдәле буласаҡ.
Читайте нас: