Ҡар күп булып тойолмаһа ла, ҡапыл көндөң йылытып ебәреүе гөрләүектәрҙе тиҙ йүгертә, йылғаның сығанағы шишмәләр булғандай, ташҡын тулҡыны барлыҡҡа
килеүгә лә оҙаҡ ваҡыт кәрәкмәй. Таң атҡансы йортҡураң һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал, тап ошо ваҡытта уйланаһың инде һыуҙан ҡалала ул, тик эшкинәме
һуң һыуланып тороп ҡалған мөлкәт. Әлбиттә, бындай күренештән бер кем дә һаҡланмаған, ҙур һыу килеп, йылғала боҙҙан тығындар барлыҡҡа килһә, шул етә.
Ташҡын аҫтында ҡалмаҫ өсөн ҡала хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы комиссия ултырышында был өлкәлә яуаплы хеҙмәттәр вәкилдәре менән
һөйләшеү ойошторолдо.
Ҡала хакимиәте башлығы ҡатнашлығында үткән сарала ҡотҡарыусылар отряды, синоптиктар, янғын һүндереүселәр вәкилдәре
сығыш яһаны. Әлбиттә, көслө ташҡын көтөлмәй, шулай ҙа барыһы ла әҙерлеген белдерҙе. Ҡотҡарыу техникаһы, предприятиеларҙың ярҙамға ҡушылырға әҙер булыуы,
шулай уҡ эргә-тирәләге йылғаларҙың күләме тәүлек әйләнәһенә тикшерелеп тороласағы тураһында әйтелде. Бынан тыш, ҙур йылғаларҙың тәрәнлеген
үлсәп торасаҡтар, һыу һаҡлағыстар менән дә бәйләнеш булдырылған. Дәүләт кенә түгел, һәр кеше үҙ хәүефһеҙлеген күрергә тейеш.
Ташҡын хәүефе янаған урындарҙа элек-электән йәшәүселәр был талаптарҙы белә. Тиҙ генә тотоп сығырға документтарын, йөҙөп сығырға кәмәләр ҙә әҙерләп ҡуялар. Малтыуар, йорт хайуандарын да оноторға ярамай, уларҙы хәүефһеҙ урынға ваҡытлыса күсереп торорға мөмкин. Яҙ баҡсаға йөрөү мәле, ҡалабыҙҙа йылғалар сатында урынлашҡан бындай биләмәләр ҙә бар. Шуға баҡсаларға йөрөүҙе лә бер аҙ кисектереп торорға тәҡдим ителә. Ҡурҡҡандың күҙенә бүре күренә тигән шикелле, ҙур ташҡын көтөлмәһә лә, көндәлек ығы-зығыға алданып, һыу ҡамауында үҙебеҙҙе ҡалдырмайыҡ. Сөнки 79-сы, 90-сы йылдарҙа ла бер кем дә ҙур ташҡын көтмәгән, ҡар ҙа ул тиклем үк күп булмаған, әммә оҙайлы ямғырҙар үҙ эшен эшләгән. Барыһы ла һауа торошона бәйле, әҙер булайыҡ.