Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
27 Март 2020, 15:05

ҠОТҠАРЫУСЫЛАР ӘҘЕР!

Ағиҙел, Ашҡаҙар, Стәрле йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡалабыҙ йыл һайын да ташҡын һағында тора. Ҙур яҙғы һыу күптән үк теркәлмәһә лә, һаҡланғанды – Хоҙай һаҡлар, тиҙәр. Быйылғы йыл иһә пандемия арҡаһында яңы ҡатмарлыҡтар өҫтәй был эштә. Махсус хеҙмәттәрҙең әҙерлеген ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт тикшерҙе.

«Сода» мәҙәниәт һарайы алдындағы ҡотҡарыу техникаһы, әйтерһең дә, парадҡа йыйынып теҙелеп баҫҡан, бында янғын һүндереүселәр, полиция, тиҙ ярҙам, ҡотҡарыусылар отряды, һыу каналы, “Башҡорт сода компанияһы”, “Красный пролетарий” кеүек предприятиелар вәкилдәрен осратырға мөмкин ине.

Юрий Волдемарович һәр хеҙмәт төрө вәкиле менән яҡындан аралашты һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Уны бәйләнеш нисек ойошторолғанлығы, ҡотҡарыу
кейемдәре, битлектәр, ғөмүмән, техниканың әҙер булыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Әлеге ваҡытта көн һорауы, көн талабы булып торған коронавирус шарттарында
хеҙмәттәрҙең эшләү алымдары, барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә лә был ауырыуҙан һаҡланыу өсөн кейемдәр, битлектәр етеүе менән ҡыҙыҡһынды.
Махсус кейемдәр етмәгән осраҡта өҫтәп һатып алырға һәм хәлдең ҡайһы яҡҡа боролоп китеүенә ҡарамаҫтан, әҙер булырға саҡырҙы. Етәксе тағы ла бәйләнеш өсөн кеҫә телефондары түгел, ә альтернатив бәйләнеш ысулдарына ла иғтибар бирергә, шәхсән алғанда, рациялар менән эшләү мәсьәләһенә өҫтөнлөк бирҙе. Сөнки ғәҙәттән тыш хәлдәр мәлендә кеҫә телефоны эшләмәҫкә лә мөмкин.
Юрий Тротт шулай уҡ йәнлектәрҙе, йорт хайуандарын ҡотҡарыуға ла әҙер булырға кәрәклеген әйтте, сөнки һыу баҫа башлаһа, иң тәүге маҡсат кешеләрҙе ҡотҡарыу булһа ла, башҡа йән эйәләрен дә оноторға ярамай. Ғөмүмән алғанда, һәр хеҙмәт үҙ эшен башҡарырға әҙер, хоҡуҡ һаҡлаусылар һыу баҫҡан урындарҙа тәртип ойошторорға, янғын һүндереүселәр ут менән көрәшергә, “тиҙ ярҙам” ашығыс медицина ярҙамы күрһәтергә, предприятиелар инженер һәм техника яғынан ҡеүәтләргә әҙер. Йылға буйҙарында дежур ойоштороласаҡ, ә һыу ташырлыҡ урындарҙа ҙур техника эшләйәсәк. Ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш
осраҡ теркәлһә, берҙәм диспетчерлыҡ хеҙмәтенә 8 (3472) 20-00-45 һандары буйынса шылтыратып хәбәр итә алаһығыҙ.

Э. ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: