Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
27 Март 2020, 18:05

Өйҙән сыҡмайынса ла сәйәхәт итеп була...

Һуңғы йылдарҙа туризм йылдан-йыл киң ҡолас ала бара. Ул – бөгөн глобаль компьютерлаштырылған бизнес, унда донъяның иң эре авиакомпаниялары, ҡунаҡханалар һәм туристик корпорациялары ҡатнаша. Заманса турпродукт ҡулланыусыларҙы төрлө юлдар менән үҙенә йәлеп итә. Тик был урында “ине” тип өҫтәү артыҡ булмаҫтыр. Сөнки коронавирус арҡаһында бөтә донъя кимәлендә туризмға зыян килде. Әммә сәйәхәтте, шул иҫәптән Башҡортостан буйлап та, виртуаль рәүештә йәки технологиялар ярҙамында ла ойоштороп була бит.

Технологиялар кешелек тарихында хеҙмәтләндерү өлкәһендә һөҙөмтәлелек үҫешен булдырыусыларҙың иң тәүгеһелер, моғайын. Был хәл бөгөн туризмда күҙәтелә. Сөнки туризм һәм мәғлүмәт бер-береһенән айырылғыһыҙ: берәй ергә барам тиһәң, мәғлүмәт нигеҙендә ҡарар ҡабул итәһең; турҙы һатып алам тиһәң – шулай уҡ мәғлүмәт алырға кәрәк; туристик баҙарҙа ҡатнашыусылар көнөнә йөҙәр мәртәбә мәғлүмәт менән алмаша. Тимәк, мәғлүмәт менән эшләй белергә, йыя, эшкәртә һәм уның нигеҙендә дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә кәрәк. Әммә яңы шарттарҙа технологиялар туризмға бөтөнләй икенсе яҡлап ярҙам итә.
Виртуаль туризм тигән төшөнсә бар. Ул – туризмдың айырым бер формаһы булып тора. Виртуаль туризм бөтә төр клиенттарға ла тигеҙ мөмкинлектәр аса, донъяны күп төрлөлөгөндә күрергә, мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡыларҙы күреп, эске күңел донъяңды байытырға мөмкинлек тыуҙыра. Виртуаль туризм йәшәгән ереңдән сығып китмәйенсә лә Ер йөҙөнөң төрлө ҡитғаларына сәйәхәт ҡылырға форсат бирә.
Интернеттағы сикһеҙ мөмкинлектәр Ер йөҙөндәге төрлө ҡалаларҙы, тәбиғәт күренештәрен ысынбарлыҡҡа яҡын рәүештә күрергә генә түгел, ә виртуаль шарттта поезда йөрөргә, самолетта осорға һәм хатта парашют менән һикерергә мөмкинлек бирә. Заманса интернет сервистары аша космостан Ер шарын һәм хатта күрше планеталарҙы, галактикаларҙы, йондоҙҙарҙы күреп була.
Махсус булдырылған виртуаль музей турҙары, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар тураһында видеофильмдар аша алыҫ араларға ғына түгел, ваҡыт арауығы аша ла сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Мәғлүмәт технологияһы нигеҙендә ғилми белемдәр, белешмәләр һәм тәжрибәләр ята. Шуның менән бергә эш башҡарыуҙа хеҙмәт, көс сарыф итеү, матди сығымдар, социаль ваҡытты ҡулланыу экономиялана.
Виртуаль туризм – тормошта төрлө сәбәптәр арҡаһында ситкә сығып йөрөй алмаған кешеләр өсөн иң ҡулай алымдарҙың береһе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һаулығыңа һәм тормошоңа хәүеф янамай.
Республикабыҙҙы, тәбиғәт ландшафтының төрлөлөгө арҡаһында, икенсе Швейцария тип йөрөтәләр һәм шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәрҙе лә билдәләйҙәр. Уларҙың береһе – тотороҡло килем килтереүсе индустрия булараҡ, туризмдың үҫешмәүе. Бәғзеләр инде төбәктең иҫтәлекле урындарының туристик индустрия ҡағылмаған иҫ киткес тәбиғәте менән һоҡлана.
Башҡортостанда ҡунаҡханалар, туристик клубтар, авиация, автомобиль, һыу, егеүле транспорт, тау шифаханалары һәм тау саңғыһы спорты урындарында тауға күтәргестәр рәүешендәге инфраструктура киң үҫешкән. Һуңғы йылдарҙа туризмдың экотуризм, балыҡсылыҡ, экстремаль һәм социаль туризм һ.б. йүнәлештәре эшләй. Эх, ошо тиклем матурлыҡты виртуаль мөмкинлек аша ла байҡап сыҡ ине ул. Хәйер, был йәһәттән эштәр башланды ла инде: Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм башҡа объекттарға виртуаль сәйәхәт ҡылырға була.
Р.САФИНА.
Читайте нас: