«Сөнки был айыҡ фекерле кешеләр. Экология, ғүмер, хәүефһеҙлек һәм граждандарҙың һаулығынан тағы ла мөһимерәк нимә бар? Шуға ла Конституцияға әҙерләнгән был төҙәтмәләр мөһим һәм был төҙәтмәләр буласаҡ. Конституцияға экологик төҙәтмәләрҙең 114-се статьяһы авторы булыуым менән ғорурланам», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды эксперт.
Ул шулай уҡ, төҙәтмәләр хөкүмәткә экологик торошто, тирә-яҡ мөхитте һәм экологик хәүефһеҙлекте һаҡлау бурыстарын өҫтәй тип билдәләп үтте.
«Илдең төп законында экология төшөнсәләре көсәйҙе һәм был мөһим», - тигән һығымта яһаны Грачев.
Әлегә тиклем ВЦИОМ(Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен тикшереүсе үҙәк) социаль һорау алыуҙан һуң Төп законға үҙгәрештәр араһында рәсәйлеләр өсөн иң мөһим булған төп төҙәтмәләрҙе билдәләгән. Экологияға ҡағылышлы төҙәтмәләр иң популяр булған биш төҙәтмәләр исемлегенә ингән.