Йыл башынан бирле Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районында 100 янғын сығыу осрағы теркәлде, 4 кеше һәләк булды, 7 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды.
Йыл һайын янғын хәүеф янаған яҙғы-йәйге осорҙа янғын һәм ут сығыуға бәйле хәлдәр ҡатмарлашып китә. Ҡағиҙә булараҡ, был осорҙа рөхсәтһеҙ ҡоро-һары, сүп-сар яндрыу, йыш ҡына тәбиғәттә янғын сығыу осраҡтары булып тора һәм шуның арҡаһында йыш ҡына кешеләрҙең хужалыҡ ҡаралтылары, йорт-ҡураһы янып китә.
Күптәребеҙ май байрамдарында тәбиғәткә сығырға йыйына, шуны киҫәтеп ҡуябыҙ: урмандан сыҡҡанда артығыҙҙан йыйыштырып, яҡҡан усағығыҙҙы һүндереп китергә онотмағыҙ.
Бәлә-ҡазанан һаҡланыу өсөн янғын хәүефһеҙлегенең ябай ғына ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
- бәләкәй балаларҙы, инвалидтарҙы, ҡарттарҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Өйҙән сығып киткәндә, уларҙы бикләп, янғын сыҡҡан осраҡта күрәләтә һәләкәткә дусар итәһегеҙ;
- үлән яндырмағыҙ. Янған үләндең көйөк еҫе үҫемлектәр һәм йәнлектәр өсөн дә, кеше өсөн дә зарарлы. Яҡҡан утты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Тәмәке төпсөгөн, тоҡандырған шырпыны ташларҙан алда ныҡлы һүндерегеҙ;
- ут сыҡҡанын күреп ҡалһағыҙ, урап үтмәгеҙ. Яна башлаған үләнде үҙегеҙ ҙә һүндерә алаһығыҙ. Урманға барырға йыйынғанда үҙегеҙ менән балта, көрәк һәм биҙрә алығыҙ. Төтөн еҫен һиҙеп ҡалғас та, яҡыныраҡ барып, нәмә яна икәнлеген асыҡлағыҙ. Утты һыу менән һүндерегеҙ, өҫтөнә тупраҡ һибегеҙ, кәҫ һалығыҙ.
Тәғәйен урында усаҡ яғырға, ҡоро-һары, ҡаптар яндырырға мөмкин, тик биналарға һәм ҡоролмаларға 50 метрҙан яҡын булырға тейеш түгел. Ҡалдыҡтарҙы, ҡаптарҙы яндырғанда ҡарап торорға кәрәк.
Халыҡ йәшәгән һәм ойошмалар булған территорияларҙа биналар һәм ҡоролмалар араһы янып китеүсән ҡалдыҡтарҙан, ҡоро япраҡтарҙан, кипкән үләндән таҙартылып торорға тейеш. Һәр торлаҡ янында һыу тултырылған һауыт (мискә) йәки ут һүндергес булырға тейеш.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, янғын – ул ҡот осҡос хәл, ә янғында һәләк булыу – ғазаплы үлем! Үҙегеҙҙе уттан һаҡлағыҙ!
Янғын сыҡҡан осраҡта ашығыс хеҙмәт телефоны ярҙамға килгәнен онотмағыҙ.
101 – янғын һағы һәм ҡотҡарыусылар.
112 – GSM стандартында ҡулланылған ашығыс ярҙам телефондарының береһе (112 номерын хатта телефон клавиатураһы блокировкаланғанда ла йыйып була).
Янғын хәүефһеҙге талаптарын боҙоусыларға түбәндәге административ яуаплылыҡ ҡаралған:
20-се статья. 4 КоАП РФ "Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу"сы граждандарға 4 мең һумға тиклем штраф һалына; вазифа биләүселәргә - 15 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 200 мең һумғаға тиклем.
8-се статья.32 КоАП РФ "Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу"сыларға 3 мең һумға тиклем; вазифа биләүселәргә - 20 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 200 мең һумға тиклем.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре талаптарын боҙған өсөн шулай уҡ енәйәт яуаплылығы ҡаралған:
РФ Енәйәт Кодексының 167-се статьяһына ярашлы "Аңлы рәүештә мөлкәтте юҡҡа сығарыу йәки зыян килтереү"селәргә 40 мең һум күләмендә штраф һалына йәки 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә.
РФ Енәйәт Кодексының 168-се статьяһына ярашлы, "Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында мөлкәтте юҡҡа сығарыу йәки зыян килтереү"селәргә 120 мең һумға тиклем штраф һалына йәки бер йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә.
РФ Енәйәт Кодексының 219-сы статьяһына ярашлы, "Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу, ул һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше һаулығына ауыр зыян килтереү йәки үлемгә дусар итеү"селәргә 80 мең һумға тиклем штраф һалына, йәки 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә, йәиһә 3 йылға тиклем билдәле эшмәкәрлек менән мәшғүл булыуҙан мәхрүм ителә.
РФ Енәйәт Кодексының 261-се статьяһына ярашлы "Урман үҫентеләрен юҡҡа сығарыу йәки зыян килтереү"селәргә 500-гә тиклем штраф һалына йәки 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм иелә.
Р.МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Дәүләт янғын күҙәтеүе буйынса баш инспекторы