Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, төндә урыны менән елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе мөмкин, юлдар тайғаҡ.
Шуның менән бергә епшек ҡар яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -8 градусҡа тиклем, ә көндөҙ термометр бағанаһы +5-кә тиклем күтәрелә.
Өфөлә кискә табан ҡар яуыуы фаразлана. Төндә баш ҡалала -4 градус, көндөҙ +2-гә тиклем.