Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
9 Апрель 2020, 00:15
Иртәгә видеомәктәптә ҡатнашығыҙ
Иртәгә, 9 апрелдә, көндөҙгө сәғәт 3-тә “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Граждандар университеты” лекторийында коронавирусты иҫкәртеүҙең көнүҙәк проблемаларына арналған сираттағы онлайн эфир уҙғарыла. Лекцияның темаһы – “Пандемия шарттарында беҙ һәм тирә-яҡ мөхит”.
Партияның төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Эльвира Айытҡолова ярҙамды ойоштороу һәм депутаттарҙың эшмәкәрлеген көйләү тураһында һөйләй. Башҡортостандың баш ветеринария врачы Азат Йыһаншин коронавирустың кейек-хайуандар аша таралыуы тураһындағы имеш-мимешкә кәртә ҡуясаҡ. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров – санитария-эпидемиологик саралар, ә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығындағы бүлек начальнигы урынбаҫары Евгений Емашев транспортта карантин сараларын үтәү тураһында мәғлүмәт бирә.
Видеомәктәпкә теләге булған һәр кеше ҡушыла ала – тапшырыу партия төбәк бүлексәһенең Ютуб-каналында үтә. Унда уҙған лекцияларҙың яҙмаларын да ҡарарға мөмкин. Тыңлаусылар видеоға комментарийҙарҙа онлайн тәртибендә һорау бирә ала.
Фото: bashkortostan.er.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"