Уны органик матдәләргә бай урынға ултыртығыҙ. Кишерҙе помидор, картуф, һуған, кәбеҫтә, ҡыяр, ҡабаҡ үҫкән ергә ултыртыу яҡшыраҡ. Белеүегеҙсә, уңдырышлылыҡ сортҡа ла бәйле, шуның өсөн үҙегеҙ белгән сорттарҙы һайлағыҙ.
Ә уны түтәлгә нисек ултыртырға һуң? Орлоҡтарҙы, рәт араһын 20 см ҡалдырып, 2 см тәрәнлеккә ултыртырға кәңәш ителә. Йәшелсәгеҙ төҙ һәм матур булып үҫһен тиһәгеҙ, араларын 4-5 см ҡалдырып һирәкләргә онотмағыҙ. Июль башында икенсегә һирәкләргә кәрәк. Һуңынан алһыу төҫтәге марганцовкалы һыу һибергә мөмкин. Бер биҙрә һыу 3-4 квадрат метрға етә. Тик алдан бер нәмә лә ҡушылмаған һыу һибеп сығырға кәрәк. 20 көндән һуң тағы ла марганцовкалы һыу һибергә була.
Әйткәндәй, кишерҙе көҙөн дә ултыртып ҡалдыралар, ул саҡта уңыш иртәрәк өлгөрә.