Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Апрель 2020, 15:40

Йылы көндәр килә

Иртәгә, 15 апрелдә көндәр һиҙелерлек йылыта тип хәбәр итә синоптиктар.

Башгидромет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала көндәр аяҙлы-болотло буласаҡ, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән аҙ ғына ямғыр яуып аласаҡ.
Төнгө сәғәттәрҙә термометр бағанаһы -2 градустан алып +3 градусҡаса күрһәтәсәк, көндөҙ һауа +12, +17 градусҡаса етәсәк.
Көньяҡ-көнбайыштан талғын ел иҫәсәк.
Читайте нас