Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Апрель 2020, 14:40

Ҡалала 70 төп алма һәм 25 төп тирәк ултыртасаҡтар

25 апрелдә Стәрлетамаҡта “Йәшел Башҡортостан” республика экология акцияһы үткәрелә.

Уның сиктәрендә коммуналь хеҙмәттәр Ленин проспекты аллеяһына (Фурманов урамынан алып Депо урамы араһындағы участкаға) 70 төп алма ағасы һәм Шахтау районында 25 пирамидаль тирәк ултыртасаҡтар.

Коронавирус эпидемияһына бәйле, акцияға граждандар йәлеп ителмәй. Ағас ултыртыу тик коммуналь хеҙмәттәр көсө менән генә башҡарыла.

Ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, акция барышында Башҡортостанда 50 меңгә яҡын эре ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу планлаштырыла. Республика ҡалаларын һәм райондарҙы меңләгән яңы ултыртылған ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, каштан, ҡарама, миләш ағастары һәм әлморон ҡыуаҡлыҡтары йәмләйәсәк.

Читайте нас