Ошоға бәйле урман янғындары янаған тораҡ пункттар исемлеге билдәле булды. Өфө районында – 6, Бөрйәндә – 19, Шишмә һәм Илеш райондарында 7-шәр ауылға, ә иң күбе - Белорет районында 156 ауылға хәүеф янай. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы һәм тәбиғәт менән файҙаланыуҙы күҙәтеү идаралығына муниципалитеттарға янғынға ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәтеү йөкмәтелә.