Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
27 Апреля 2020, 08:08

2020 ЙЫЛ ЭҪЕЛЕК РЕКОРДЫН АЛЫП КИЛЕҮЕ МӨМКИН

Рәсәй Гидрометеоүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд фекеренсә быйылғы йыл биш иң эҫе йылдар рәтенә инеүе мөмкин. Әммә температура буйынса рекордттар булмауы ла мөмкин, был турала ул «РИА Новости»ға хәбәр иткән.

Вильфанд климат өйрәнеүселәр һүҙҙәре менән килешеүе тураһында белдерҙе һәм һәр киләһе биш йыллыҡ рекордлы булыуы тураһында әйтте. Биш йыл дауамында температура үҫешә, бындай күрһәткестәр “глобаль йылытыу характеристикаһы” булып тора тине, метеоролог.
«Бәлки йыл рекордлы йылы булмаҫ, әммә икенсе, йәки өсөнсө урында булыр... тик юғары температура булыуы бер һүҙһеҙ көтөлә. Был йыл иң эҫе йылдар рәтенә инәсәк һәм фараз 99% теүәллегендәге яһалған. Ошолай буласағын үҙем дә кеүәтләп торам», - тип өҫтәне белгес.
Ғалим ер өҫтөнән ике метр бейеклектәге һауа ҡатламының температураһытураһында һүҙ барыуын әйтте.
Үткән аҙнала Роман Вильфанд шулай уҡ бер нисә төбәктә ташҡын һыуының хәүефле күләмдәргә күтәрелеүе тураһында иҫкәрткән ине.
Читайте нас