Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Май 2020, 16:15

Урмандарҙы янғындан һаҡлайыҡ!

Йыл һайын беҙҙең республикала бик ҙур урман майҙандары яна. Ут меңәрләгән гектар урман ерҙәрен юҡҡа сығара, тәбиғәткә зыян килтерә. Күпселек осраҡта урман янып китеүҙең сәбәпсеһе булып кеше факторы тора. Урманда ҡоро үлән яндырыу, яҡҡан усаҡты һүндермәй ҡалдырыу, поезда йәки машинала китеп барғанда тәҙрәнән тоҡандырған шырпы, тәмәке төпсөгө ырғытыу, ут менән ғәмһеҙ ҡыланыу - урманға һәләкәт килтереүгә сәбәпсе икәнлеген барыһы ла белә.

Стәрлетамаҡ урман хужалығы урман фонды территорияһында янғын сығыуға юл ҡуймау һәм утты һүндереүгә “Стәрлетамаҡ урман хужалығы”, 3-сө типтағы “Ишембай” янғын-химик станцияһының Стәрлетамаҡ участкаһы яуап бирә.
Ер ҡарҙан әрселеү менән янғын хәүеф янай торған миҙгел башлана. Стәрлетамаҡ урмансылығы буйынса Урман хужалығы министрлығы тарафынан 2020 йылға урман янғындарын һүндереү планы раҫланылды. Ошо документҡа ярашлы янғын сығыуға юл ҡуймау һәм утты тиҙ арала һүндереү буйынса һаҡлағыс саралар комплексы планлаштырылды.
Мобиль төркөмдәр, янғынға ҡаршы ҡорамалдар туплау пункттары, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренән һәм урман менән файҙаланыусыларҙан торған ирекле янғын дружиналары булдырылды. һәр участка урмансылығы буйынса урман фондын патруллек итеү маршруттары әҙерләнде, ял һәм байрам көндәрендә тәүлек әйләнәһенә яуаплы кешеләрҙең дежур итеүе ойошторолдо. “Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре” ҡабул ителде. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе бөтә граждандар ҙа белегә тейеш.
Янғын хәүеф янаған осорҙа тыйыла:
- урманда усаҡ яғыу, бигерәк тә бешәлектәрҙә (ылыҫлы урманда) ут яғыу (башҡа урындарҙа айырым майҙандарҙа ғына ярай);
- предприятиелар, ойошмалар, агросәнәғәт предприятиеларына, шулай уҡ граждандарға урман янында ҡоро үлән яндырыу, көнкүреш ҡалдыҡтары һәм сүп-сар менән бысратыу;
- һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау;
- һунарҙа тоҡанып китеүсән йәки быҫҡып яныусан материалдар ҡулланыу;
- сүп-сар яндырыу. Ошо ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа ғәйепле граждандар һәм вазифалы кешеләр административ яуаплылыҡҡа, оло янғын сыҡҡан осраҡта енәйәткә тарттырыла.
Урман янған зонала ҡалған осраҡта йәки янғындың шаһиты булған хәлдә, тәү сиратта аҡыл менән эш итергә кәрәк - үҙеңә һүндерергәме, әллә ярҙам артынан барырғамы. Әгәр үҙең генә һүндерә алмайһың икән, кисекмәҫтән, яҡын-тирәләге кешеләрҙе киҫәтергә, хәүефле урындан мөмкин тиклем тиҙерәк китергә һәм мотлаҡ янғын һағына, 112 номерына йәки 8 (3473)25-05-21 һанын йыйып, Стәрлетамаҡ урман хужалығына шылтыратып, янғын сыҡҡан урын тураһында хәбәр итергә кәрәк.
Янғын сыҡҡанын күргәс тә, утты ер менән күмергә йәки яҡын-тирәлә һыу булһа һыу һибергә кәңәш ителә. Метр ярым-ике метр самаһы оҙонлоҡта ботаҡтар һындырып бәйләп, ялҡынды ергә һеперергә кәрәк.
Тәбиғәттә янғын эҙемтәләре кеше өсөн дә, хайуандар өсөн дә хәүефле һәм уларҙан ҡурсаланыу ҡайһы берҙә оҙаҡ йылдарға һуҙыла. Мәҫәлән, торф янғындары йәки уңдырышлы тупраҡ янып китеүе һауаның ныҡ бысраныуына һәм һирәк осрай торған ҡоштарҙың һәм йәнлектәрҙең юҡҡа сығыуына килтерә.
Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып һәммәгеҙгә шуны әйтергә теләйбеҙ: хәүеф-хәтәр сығыуҙан уяу булығыҙ. Әгәр ҙә беҙ урмандарҙы янғындан һаҡлаһыҡ, үҙебеҙгә сәләмәт киләсәк булдырабыҙ, тигән һүҙ – шуны онотмайыҡ.
Рамаҙан ХӘЙҘӘРОВ,
Стәрлетамаҡ урман хужалығы буйынса
“Урмандар идаралығы” начальнигы.
Читайте нас