Тәбиғәт һәм беҙ
18 Май 2020, 16:30

Стәрлетамаҡ районына метеорит төштө...

Стәрлетамаҡ районына метеорит төштө...

Бынан теүәл утыҙ йыл элек була был хәл. Иген етештереүсе совхоз баҫыуына килеп төшә “ҡунаҡ”. Уның ауырлығы 315 килограмм була. Майҙаны әллә ни ҙур түгел шулай ҙа: 0,50, 0,40 һәм 0,25 метр.
Метеорит әле Өфөлә Фәндәр академияһының археология һәм этнография музыйында һаҡлана. Был тарихты күптәр онотоп та бара, әммә төшкән генә ваҡытында ниндәй ваҡиға ине! Халыҡ иреклектең тәмен аңлай башлаған заман, илдә таралаған төрлө имеш-мимештәрҙе, ҡыҙыҡлы факттарҙы йотлоғоп тиерлек уҡыған ваҡыт. Шул саҡ сит ил планета ҡунаҡтары тураһында ла күп яҙалар ине, хатта, шаштырып та. Метеорит хаҡында ла әллә ниндәй уйҙырмалар булып бөттө.
Метеорит 17 майҙа төшһә лә, ул тик 1 июндә генә табыла. Иң мөһиме, ул баҫыуға, ауыл йәки ҡала өҫтөнә төшмәй – быныһын бәхетле осраҡ тик юрарға кәрәк, буғай...
Р.ӘРМЕТОВ.
Читайте нас