Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Май 2020, 12:14
ҠАЙЫНЛЫҠТА ЭШ ҠАЙНАНЫ
Республикала “Таҙалыҡ көндәре” акцияһы дауам итәҮткән йомала ҡалала сираттағы Таҙалыҡ көнө үткәрелде. Был көндө ҡала хакимиәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр Комаров урамы буйлап ултыртылған ҡайынлыҡты тәртипкә килтерҙе.
Ниндәй генә сүп-сар юҡ был ҡайынлыҡта: тәмәке, шырпы ҡаптары, полиэтилен тоҡсайҙар тиһеңме, пластик, быяла шешәләр тиһеңме, сепрәк-сапраҡ, туҙған аяҡ кейемдәре лә бар хатта. Был көндө ҡайынлыҡтан ваҡ-төйәк сүп-сарҙан башҡа ҡороған ағас ботаҡтары, йығылған, серегән ағастар ҙа сығарылды. Эштәр хәүефһеҙлек саралын үтәп, һаҡланыу саралары файҙаланып башҡарылды
Әйткәндәй, таҙалыҡ көндәре һәр йома көндөҙгө сәғәт 4-тән киске сәғәт 6-ға тиклем үткәрелә. Урамдарҙы, парктарҙы, скверҙарҙы тәртипкә килтереүгә хәҙер ҡала предприятиелары һәм ойошмалары ла йәлеп ителәсәк. Яҙын коммуналь хеҙмәттәргә эш өҫтәлә. Таҙалыҡ көнөнә бәйле коммуналь хеҙмәттәр юл ситендәге сүп-сарҙы таҙартыу, ҡоймаларҙы, бәләкәй архитектура формаларын һәм урамдарҙағы шәмдәлдәрҙе тәртипкә килтереү менән шөғөлләнә. Ә йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү, тәғәйен биләмәләрҙән сүп-сар ҡалдыҡтарын йыйып сығарыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, ҡоймаларҙы ремонтлау эштәре идарасы компанияларға беркетелгән.
Ҡала халҡы ла торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эштәрен ихтирам итеп, урамда, парктарҙа ял иткәндә ябай ғына таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәһендәр ине. Шул саҡта ҡалабыҙ тағы ла йәмле, матур, таҙа буласаҡ.
Фотолар ҡала хакимиәтенең
рәсми сығанаҡтарынан алынды.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"