Шулай итеп, янғын хәүефе янағанда нимәләр тыйыла һуң, артабан шул тыйыуҙарға туҡталып үтәйек:
– урманда усаҡ яғыу, бигерәк тә бешәлектәрҙә (ылыҫлы урманда) ут яғыу (башҡа урындарҙа айырым майҙандарҙа ғына ярай);
– предприятиелар, ойошмалар, агросәнәғәт предприятиеларына, шулай уҡ граждандарға урман янында ҡоро үлән яндырыу, көнкүреш ҡалдыҡтары һәм сүп-сар менән бысратыу;
– һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау;
– һунарҙа тоҡанып китеүсән йәки быҫҡып яныусан материалдар ҡулланыу;
– сүп-сар яндырыу.
Ошо ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа ғәйепле граждандар һәм вазифалы кешеләр административ яуаплылыҡҡа, оло янғын сыҡҡан осраҡта – енәйәткә тарттырыла.
Янғын сыҡҡанын күргәс тә, утты ер менән күмергә йәки яҡын-тирәлә һыу булһа, һыу һибергә кәңәш ителә. Метр ярым-ике метр самаһы оҙонлоҡта ботаҡтар һындырып бәйләп, ялҡынды ергә һеперергә кәрәк.
Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, һәммәгеҙгә шуны әйтергә теләйбеҙ: хәүеф-хәтәр сығыуҙан уяу булығыҙ. Әгәр ҙә беҙ урмандарҙы янғындан һаҡлаһаҡ, үҙебеҙгә сәләмәт киләсәк булдырабыҙ – шуны онотмайыҡ.