Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
29 Мая 2020, 08:00

Лайыҡбыҙмы гүзәллеккә?..

Редакциянан: Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрҙә тап булған матур, эстәлекле яҙмалар менән гәзит уҡыусылар һәм төркөмдәштәребеҙҙе таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Тик... был юлы бик үк һөйөндөрөрлөк яҙмаға тап булманыҡ шул.

Юл ситендәге ошо иҫ киткес матур, шул уҡ ваҡытта үтә лә йәмһеҙ күренешкә командировканан ҡайтып килешләй тап булдым. Күҙ яуын алып ултырған умырзая һәм уның тирәләй аунап ятҡан сүп-сар. Нимә генә ташланмаған унда: пластик шешә, полиэтилен ҡапсыҡ, куртка, аяҡ кейемдәре, хатта китаптар...
Күргәндәремдән аңлайышһыҙ тойғолар кисерҙем. Бер яҡтан тәбиғәт биргән гүзәлеккә һоҡланһам, икенсе яҡтан кешенең вайымһыҙлығы йәнемде өшөттө.
Умырзая. Эргәһендә туҙып ятҡан сүп-сарға ла иҫе китмәгән уның, донъя минең матурлыҡҡа лайыҡмы икән, тип тә тормаған, йәмле яҙ етеү менән шытып сыҡҡан, сәскә атҡан.
Кешем, ә һин лайыҡмы икән ошо гүзәллеккә?..

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Читайте нас