Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
29 Май 2020, 12:00

Урмандарҙы күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ!

Йыл һайын беҙҙең республикала бик ҙур урман майҙандары яна. Ут меңәрләгән гектар урман ерҙәрен юҡҡа сығара, тәбиғәткә зыян килтерә. Күпселек осраҡта урман янып китеүҙең сәбәпсеһе булып кеше факторы тора. Урманда ҡоро үлән яндырыу, яҡҡан усаҡты һүндермәй ҡалдырыу, поезда йәки машинала китеп барғанда тәҙрәнән тоҡандырылған шырпы, тәмәке төпсөгө ырғытыу, ут менән ғәмһеҙ ҡыланыу – урманға һәләкәт килтереүгә сәбәпсе икәнлеген барыһы ла белә.

Стәрлетамаҡ урман хужалығы урман фонды территорияһында янғын сығыуға юл ҡуймау һәм утты һүндереүгә “Стәрлетамаҡ урман хужалығы”, 3-сө типтағы “Ишембай” янғын-химик станцияһының Стәр-летамаҡ участкаһы яуап бирә.
Ер ҡарҙан әрселеү менән янғын хәүеф янай торған миҙгел башлана. Стәрлетамаҡ урмансылығы буйынса Урман хужалығы министрлығы тарафынан 2020 йылға урман янғындарын һүндереү планы раҫланды. Ошо документҡа ярашлы, янғын сығыуға юл ҡуймау һәм утты тиҙ арала һүндереү буйынса һаҡлағыс саралар комплексы планлаштырылды.

Мобиль төркөмдәр, янғынға ҡаршы ҡорамалдар туплау пункттары, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренән һәм урман менән файҙаланыусыларҙан торған ирекле янғын дружиналары булдырылды. Һәр участкала урман фондын патруллек итеү маршруттары әҙерләнде, ял һәм байрам көндәрендә тәүлек әйләнәһенә яуаплы кешеләрҙең дежур итеүе ойошторолдо. “Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре” ҡабул ителде. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе бөтә граждандар ҙа белергә тейеш.
Урман янған зонала ҡалған осраҡта йәки янғындың шаһиты булған хәлдә, тәү сиратта, аҡыл менән эш итергә кәрәк – үҙеңә һүндерергәме, әллә ярҙам артынан барырғамы. Әгәр үҙең генә һүндерә алмайһың икән, кисекмәҫтән, яҡын-тирәләге кешеләрҙе иҫкәртергә, хәүефле урындан мөмкин тиклем тиҙерәк китергә һәм мотлаҡ янғын һағына, 112 йәки 8(3473)25-05-21 һандарын йыйып, Стәрлетамаҡ урман хужалығына шылтыратып, янғын сыҡҡан урын тураһында хәбәр итергә кәрәк.
Рамаҙан ХӘЙҘӘРОВ,
Стәрлетамаҡ урман хужалығы буйынса “Урмандар идаралығы” начальнигы.
Фото yandex.ru
Читайте нас