Беҙҙең илдә ҡайындың бер нисә төрө билдәле. Һөйәлле ҡайын менән бөҙрә ҡайын иң таралып үҫкәндәрҙән һанала. Улар илебеҙҙең бөтә территорияларында ла үҫә. Тәбиғәттә ҡара ҡайындар ҙа осрай. Башҡортостандың Баймаҡ, Күгәрсен, Учалы, Ишембай райондарында ҡара ҡайын үҫкәне билдәле. Улар – тәбиғәт ҡомартҡылары. Ләкин был ҡара ҡайындар Даурия ҡайындары түгел, ә беҙҙең яҡтарҙа үҫкән һөйәлле һәм бөҙрә ҡайындарҙың бер формаһы ғына икән.
Ҡайындың йәш япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмә бауыр циррозынан, холециститтан, ревмвтизм һәм радикулиттан да файҙалы, бөрөһө ашҡаҙан сирҙәренән, алҡаға оҡшаған сәскәләренең төнәтмәһе йөрәк ауырыуҙарынан дауалай. Мунсала ҡайын миндеге менән сабыныу тәнде таҙарта, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә. Ҡайын миндеге – иң файҙалыһы. Тәнде мускулдарҙы йомшарта, тирене төрлө сирҙәрҙән, эренле яраларҙан дауалай. Тын юлдарына, тамаҡҡа шифаһы күп. Миндек бешекләнгән һыуҙа сәсте һәм тәнде йыуырға һәйбәт. Ҡайын япрағы төнәтмәһе сәс тамырына ҡеүәт бирә, ҡауаҡты бөтөрә, тәнде сафландыра.
Яҙ көнө йыш ауырыған, ябыҡ кешеләргә ҡайын һуты эсергәндәр. Ләкин ҡайындарҙы һаҡлау тураһында ла онотмағандар. Бер ҡайындан 1 литрҙан артыҡ һут алмағандар. Һутын алғандан һуң тишек урынын балауыҙ менән һылап ҡуйғандар.
Ҡайын туҙынан ҡайнатылған һағыҙ ауыҙ ҡыуышлығы өсөн бик файҙалы. Магазиндағы һағыҙҙарға ҡарағанда тәмлерәк тә.
Тәбиғәттә ҡайындан да шиғри үҫемлек юҡ. Ҡайһы шағир ҡайын ағасына үҙенең шиғри юлдарын бағышламаған да, композитор көй ижад итмәгән, ниндәй рәссам һүрәттәрендә ҡайындарҙың матурлығын һынландырмаған икән ул.
Ҡайын бик файҙалы ағас. Ул кешене йылыта, ашата, эсерә, дауалай, матурлығы менән шатландыра.