Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
4 Июня 2020, 10:25

Хоҙай биргән байлыҡтың ҡәҙерен беләйек!

Бындай ҡатмарлы ваҡытта тәбиғәт ҡосағында бәләкәс кенә булһа ла үҙ мөйөшөң булғаны яҡшы.

Хәҙер кешеләр мөмкин тиклем тәбиғәткә ынтыла. Беҙгә иң яҡын дуҫ та, төрлө-төрлө шифалы үләндәре, еләк-емештәре менән тәнгә сихәт, йәнгә дауа бирер табип та ул – тыуған ҡырҙарыбыҙ! Уның менән аралашҡан һайын рухи яҡтан таҙарынабыҙ, уның йомартлығын үҙебеҙҙә тоябыҙ, донъяға ҙур кинәнес һәм рәхмәт менән бағабыҙ. Йәнтөйәгебеҙ беҙҙе ҡурсалаған кеүек, беҙ уны ла ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, рәнйетмәйек, Хоҙай биргән оло байлыҡтың ҡәҙерен беләйек!
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас