Бына Ғафури районында “сүп-сар” реформаһы башланған осорҙа ауылдарҙа 53 ваҡытлыса контейнер майҙансығы булдырылған. Бөгөнгә 200-гә яҡын контейнер урынлаштырылған, улар 53 майҙансыҡҡа ҡуйылған, шулай уҡ 30 бункер булдырылған. Быйыл Красноусол ауылында контейнер майҙансығы йыһазландырылған. Әле тағы ла ике контейнер майҙансығы төҙөлә. Июнь айы дауамында 14 ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа тағы ла 42 сүп ҡалдырыу майҙансығы булдырыла. Улар бөтә санитар талаптар буйынса йыһазландырыла. Әйткәндәй, Аҡкүл ауылында йәшәүсе эшҡыуар Эльдар Зыязетдинов контейнерҙар етештерә. Уларҙың сифаты юғары, ә хаҡы сағыштырмаса арзан. “Был иһә ауылдар өсөн контейнерҙарҙы отошло хаҡҡа һатып алырға мөмкинлек бирә”, - тип белдерҙе Ғафури район хакимиәте вәкиле Лариса Дәүләтшина.