Илвира Ғарипова Асылыкүл кимәленең кәмеүен тап көнкүреш ҡалдыҡтарының күплегенә бәйләй. Был бер. Икенсенән, күлдең экосистемаһы боҙолоуы. Күл биләмәһендәге Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығы 70-се йылдарҙа сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү маҡсатында киптерелә. Ләкин, был аҙым уңышһыҙ тип табыла. Һөҙөмтәлә, ауыл хужалығы культураһы урынына, һөрөнтө ер ҡамыш менән ҡаплана. Өс йыл элек һаҙлыҡты тергеҙеү өсөн республика Берләшкән Милләттәр ойошмаһынан республика 16 миллион һум самаһы матди ярҙам ала.