Властарҙың насар һауа шарттары көтөләсәге хаҡында иҫкәртеүгә ҡарамҫтан, кешеләр күпләп урамда йөрөгән, баҫыуҙа эшләгән. Күберәк кешеләрҙе нәҡ эш ваҡытында йәшен атҡан.
Башлыса ҡорбандар Бихар штатына тура килә - унда бер юлы 83 кеше һәләк булған.
Әйткәндәй, йәшен кешеләргә малдарҙы атып, инфраструктураны емереп тә ҡаза килтергән.
Р. МАНСУРОВ.