Тәбиғәт һәм беҙ
3 Июль 2020, 15:00

Һынамыштар

– Июлдең өсөндә төшкөлөктән ел иҫһә – һабан ашлығы уңа.– Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.

– Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
– Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел
булыр.
– Болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
– Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.
– Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул
булыр.
– Йәй томанлы булһа, еләк-емеш уңыр.
– Июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.
– Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып
осһа, ямғырлы булыр.
Читайте нас