Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Июля 2020, 09:40

Көслө дауыл ағастарҙы йыҡҡан, машиналарға зыян килтергән

Көслө дауыл ағастарҙы йыҡҡан, машиналарға зыян килтергән

Шулай уҡ шифер аҡтарылып төшөү тураһында ла хәбәрҙәр бар.
Киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә ошондай хәлдәрҙең һигеҙ осрағы ҡаланың Киров, Ленин, Октябрь һәм Совет райондарында теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр арҡаһында һигеҙ автомобиль зыян күргән, ҡайһы бер урында ағастар электр тапшырыу линияһына ауған.
Бәхеткә күрә, бер кем лә зыян күрмәгән, электр менән тәьмин итеү селтәрендә авария хәлдәре юҡ. Әлеге ваҡытта ҡала хеҙмәттәре эшселәре ауған ағастарҙы бысып, йыйыштырып йөрөй.
Һауа торошо насарайған ваҡытта ағастар, ҡойма, реклама щиттары янында тормаҫҡа тип иҫкәртәләр ведомствонан.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас