Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Июля 2020, 10:05

Эҫе сигенергә йыйынмай

Был турала республика Ғәҙәттән тыш министрлығы хәбәр итә. Һауа температураһы 38-40 градусҡаса күтәрелә. Шуға ҡарамаҫтан, синоптиктар ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғырҙар вәғәҙә итә. Көндәр томра торһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән көслө ел сығып китеүе бар.

Һауа темпратараһы бер аҙ һалҡынайтып алһа ла, һауа һаман да ҡыҙыу ҡаласаҡ: төндә +16,+23°, көндөҙ +33,+37° тирәһе, ҡайһы бер райондарҙа һауа +38,+40 градусҡаса ҡыҙасаҡ.
Көндәр эҫе тороуы көн тейеүгә, башҡа эҫе ҡабыуға килтереүе ихтимал. Көн үҙәгендәге эҫелә тышта йөрөмәүең хәйерле. Ҡояшта тән янып тире ҡубып сыҡмаһын өсөн махсус саралар ҡулланырға тәҡдим ителә.
Көндәр эҫе тороуға бәйле Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында янғын сығыу хәүеф янай – иғтибарлы булығыҙ, асыҡ һауала ут яҡмағыҙ!
Ә эҫе тейеү хәүефенә килгәндә, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә, бөркөү офис кабинеттарында эшләүселәргә лә еңел түгел. Ғөмүмән, аяуһыҙ эҫенән барыһы ла ыҙалай. Бындай көндәрҙә ҡәһүә эсеүҙән тыйылып торорға, иҫерткес эсемлектәр, һыра ҡулланмаҫҡа кәрәк. Күберәк ҡайнатылған һыу, тәбиғи һуттарға, ризыҡтарҙан – йәшелсә һәм емеш-еләккә өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Шәрбәтле, газлы һыуҙар, майлы ризыҡтарҙың да рационда булмауы яҡшы.
Эҫе ҡапмаһын өсөн, урамда баш кейемһеҙ йөрөргә ярамай. Көндөң иң эҫе ваҡытында, йәғни төшкө һәм төштән һуңғы осорҙа ҡояш аҫтында булмаҫҡа кәңәш ителә. Эҫе һуҡҡан кешегә ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтеү зарур, юғиһә хәлдең насар тамамланыуы ихтимал. Зыян күреүсенең тын алышына иғтибар итергә кәрәк. Әгәр теле тамаҡ төбөнә китһә, ауыҙында ҡоҫҡолоҡ булһа, бинт, ҡулъяулыҡ ярҙамында ауыҙ эсен таҙартыу зарур.
Кеше тын алыуҙан туҡтаһа, яһалма тын алдырыу кәрәк. Ауырыуҙы күләгә төшкән һалҡын урынға аяҡтарын бер аҙ юғары күтәреп һалырға, муйын тирәһен ҡаплап торған кейемен ысҡындырырға, һалҡын компресс урынлаштырырға, тәнен еүеш сепрәк менән урарға, йәиһә ипләп кенә һалҡын һыу менән ҡойондорорға кәрәк. Артабан мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк, ул килгәнсе ауырыуға һыу эсерергә мөмкин. Ярты литр һыуға ярты балғалаҡ тоҙ һалынған һыу, ҡаты сәй ҙә файҙалы.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас