Әйткәндәй, ғалимдар ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда йышыраҡ ир-егетте йәшен һуғыуҙың серен аңлаған. Рәсәйҙә күптән түгел ямғыр ваҡытында өс кешене йәшен һуҡҡан. Ике ир һәм бер ҡатын. Ирҙәрҙең икеһе лә һәләк була, ә ҡатын кеше иҫән ҡала.
Страховкалау компаниялары алып барған статистика ла ошо хаҡта һөйләй: йәшен һуғыуҙан һәләк булғандарҙың 80 проценты – ир-егет. Быға ниндәйҙер кимәлдә аңлатма ла бар төҫл: баҡтиһәң, көслө заттар тестостерон – ир енесе гормондары арҡаһында йәшен уғына йышыраҡ эләгә. Ләкин был молекулаларҙың ниндәй тартыу көсө барлығы билдәһеҙ. Әйткәндәй, гормондар гипотезаһы авторҙары раҫлауынса, кешеләр араһынан йәшен тестостероны көслөрәктәрҙе һайлай икән. Шулай ҙа ир-аттың “мин-минлеге” лә роль уйнамай ҡалмайҙыр, улар йышыраҡ йәшен мәлендә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай: өҫтәрәк телгә алып үткән ирҙәрҙең береһе йәшен ваҡытында ағас төбөндә телефонынан һөйләшеп торған, икенсеһе йылға ярында балыҡ ҡармаҡлаған. Йәшен ҡеүәте шул тиклем көслө була: балыҡсының ҡармағы хатта күмергә әйәнә.
Ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймайым тиһәгеҙ, кәңәштәрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Йәшендән һаҡланыуҙың ете юлы бар:
Йәшендән яңғыҙ ағас төбөнә, бейек металл конструкциялар аҫтына йәшенмәгеҙ – йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, йәшен бер ҡасан да ҡыуаҡлыҡҡа эләкмәй, ҡыуаҡ араһына инегеҙ.
Ергә эләккәндән һуң йәшен тарала башлай. Һуғылған ерҙән арыраҡ киткән һайын, уның көсөргәнеше кәмей бара. Аяҡтарҙы киңерәк айырып баҫҡанда, уның тәьҫир көсө тағы ла нығыраҡ була, шуға кешегә ҡарағанда мал-тыуар йышыраҡ ҡазалана, сөнки һыйыр йә аттың алғы һәм артҡы тояҡтары аралығы ҙурыраҡ була. Йыш ҡына йәшен һыбайлыны һуға. Ҡағиҙә булараҡ, кеше иҫән ҡала, ә ат үлә. Асыҡ яланда булһағыҙ, сүкәйеп ултырығыҙ ҙа эмбрион позаһы алығыҙ, аяҡтар – бергә. Йәки һыңар аяҡҡа ғына баҫып тороғоҙ. Кеҫәгеҙҙәге асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәрҙе бер-нисә метр алыҫлыҡҡа һалып тороғоҙ. Йәшен һуға ҡалһа, тимер әйберҙәр тәндең яныуына өҫтәмә сәбәп кенә буласаҡ. Ҡулсатыр аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙға ҡармаҡтар, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ алмағыҙ. Бөтә был әйберҙәр асыҡ ерҙә торған үҙ эйәһен үҙенә күрә бер йәшен ҡайтарғысҡа әүерелдерә. Йәшенле ямғыр үтеүен машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин, сөнки уларҙың тимер корпусы һаҡлағыс экран булдыра. Өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ, өй тәҙрәләрен, ишектәрҙе, һәм төтөн юллыҡтарын ябығыҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә лә, каминға ла ут яҡмағыҙ – йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә. Ит ҡыҙҙырыусыларға мангал янында булырға ярамай. Юғиһә, ризығын ямғырҙан ҡотҡармаҡсы булып, үҙҙәре күмергә әйләнгән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Лазер указка менән шаярып, йәшенле болотто яҡтырта күрмәгеҙ, уның нуры ла йәшен һөйрәй. Кеҫә телефонығыҙҙы һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшен хасил булыуға сәбәп итеүе бар. Әйткәндәй, разрядтар йышлығына мобиль телефон станцияларының күбәйеүе лә тәьҫир итә. Йәшен атҡанда электр сымына, йәшен ҡайтарғыс, антеннаға яҡын бармағыҙ, телевизор, радио һәм башҡа электр приборҙарын тоҡандырмағыҙ.
Йәшен ваҡытында һыу инмәгеҙ һәм яр буйында йөрөмәгеҙ. Иң хәүефһеҙ урын – ҡоро тигеҙ ер, ҡалыулыҡтар араһындағы уйпат урын.