Ашҡаҙар
+21 °С
Дождь
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Июля 2020, 12:50

Ямғыр теләйек әле, йәмәғәт!

Быйыл, күреүебеҙсә, көндәр ғәҙәттән тыш эҫе тора, ямғыр ҙа күптән яуғаны юҡ. Ошондай мәлдәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың борондан килгән изге йолаларын иҫкә төшөрөп, уларҙы үтәү зарурлығын Хоҙай үҙе әшкәртә.

Элек йәй эҫе, ҡоро килгәндә, оҙаҡ ваҡыттар ямғыр яумай, ер һыуға сарсап, мал-тыуар, ҡош-ҡорт йонсоп, кешеләр интегеп киткән саҡтарҙа, халыҡ һыу буйына сығып ямғыр теләү йолаһы атҡарыр булған. Ямғыр теләү йолаһы, ғәҙәттә, аҡһаҡалдарҙың хәл итеүе буйынса үткәрелгән.
Ололарҙың раҫлауынса, ысынлап та, ошондой йоланан һуң ямғыр яуыр булған.
- Беҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа ямғыр теләү йолаһы атҡарғандары хәтереремдә, - тип иҫләй 93 йәшлек Кәшифә апай Сәғитова.- Атайым һуҡыр булғас, мин уны ҡайҙа барһа ла етәкләп йөрөтә инем. Миңә туғыҙ-ун йәштәр самаһы булғанда йәй бик ҡоро килде. Шунан беҙҙең ауыл кешеләре: ҡарт-ҡоролар, бала-сағалар һыу буйына сығып, Ямғыр теләү йолаһын башҡарҙы. Халыҡ, бергәләп әруахтарға ҡөрьән аяттары бағышлап, хәйер-саҙаҡалар таратып, Аллаһы Тәғәләнән ялбарып ямғыр яуыуын һораны. Шул ваҡытта, ысынлап та, ҡойоп ямғыр яуып ебәрҙе!
Ямғыр теләү йолаһы
Ҡорбан салғас, ҡанын ергә һибә-һибә:
Ямғыр булып ҡайт!
Ямғыр булып ҡайт!
Ямғыр булып ҡайт! -тип һамаҡлайҙар.
Бабайҙар, әбейҙәр намаҙ уҡый. Тәңренән, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорайҙар. Ҡорбан ите ашағас, һөйәктәрен эт теше теймәҫ элек, ергә күмәләр. Йәштәр, үҫмерҙәр итәк-итәк таш килтереп һыуға ырғыталар ҙа былай тиҙәр:
Ямғыр, яу, яу;
Беҙгә аслыҡ килмәһен,
Астан халыҡ үлмәһен,
Яу, яу, ямғырым!
Ташып сыҡһын ярҙарҙан
Һыуҙар аҡһын юлдарҙан
Ямғыр, яу, яу!
Был ваҡытта малайҙар әсе итеп һыҙғырып, һамаҡлауҙы дауам итә:
Яу, яу, ямғырым,
Балыҡ башы бирермен.
Балыҡ башы алмаһаң,
Тәкә башы бирермен.
Тәкә башы алмаһаң,
Тана башы бирермен.
Һыу буйындағыларҙың бөтөнөһө лә йылғанан һыу һибешәләр, ҡысҡырышалар, көлөшәләр йәки күмәкләшеп һамаҡлайҙар.
Роза САФИНА.
Читайте нас